+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2023, 11:35

ТӨҘӨҮСЕ

 Төҙөүсенең ни тиклем ҡыҙарып, оялыуын күҙалдына ғына килтерергә була...

ТӨҘӨҮСЕ
ТӨҘӨҮСЕ

Оҙаҡ йылдар төҙөүсе булып эшләгән иргә, ниһайәт, хаҡлы ялға сығырға ваҡыт етә. Ул был хаҡта етәксеһенә хәбәр итә:

— Бик йәл! Ундай шәп эшсене бер ҙә ебәргекилмәй, — ти етәксеһе. — Әйҙә ошолай итәйек: һиңә һуңғы тапҡыр бер өй төҙөргә кәрәк. Шунан яҡшы премия түләп, пенсияға оҙатырбыҙ.

Бик үк теләмәһә лә, төҙөүсе ризалаша. Төҙөлөшбашлана. Ир был эште йәһәтерәк тапшырам тип, иң арзанлы материалдар һатып ала, алда һәр бер ҡаҙауға иғтибар итһә, был юлы ҡул ғына һелтәп ҡуя. Ярай, минән дә насар төҙөгәндәр бар. Ә был һуңғы эшем, миңә күптән ял кәрәк”, — тип үҙен алдай.

Өй әҙер булғас, ул етәксеһен саҡыра.

— Беләһеңме, — ти етәксе йортто ҡарап сыҡҡас.  — Был өй намыҫлы хеҙмәтең өсөн фирманан һиңә бүләк! — тип асҡыс тапшыра.

 Төҙөүсенең ни тиклем ҡыҙарып, оялыуын күҙалдына ғына килтерергә була...

 

ҠАЙҺЫ БЕР КЕШЕЛӘР ҘӘ ШУЛ ТӨҘӨҮСЕ КЕҮЕК: МӨҺИМ ТҮГЕЛ ТИП ТЫРЫШМАЙҘАР. Ә БИТ БӨГӨН ЭШЛӘГӘН ЙОРТТА ИРТӘГӘ ҮҘЕБЕҘ ЙӘШӘЙӘСӘКБЕҘ. ШУҒА ЛА КИЛӘСӘКТӘ АРҠЫРЫ КИЛЕП СЫҠМАҺЫН ТИҺӘК, ТОРМОШТА ҺӘР ЭШТЕ УРЫНЫНА ЕТКЕРЕП БАШҠАРЫРҒА КӘРӘК.

 

Тәржемә. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: