+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2023, 15:10

ЯХЪЯ

Беҙҙең күрше подъезда Яхъя исемле ағай йәшәй. Буйы ике метр, йоҙроҡтары бала башы ҙурлыҡ. Үҙе ерән, үҙе һипкелле. Мин уны бер нисә мәртәбә һалмыш килеш осраттым. Салбар кеҫәләре һәр ваҡыт әйләндерелгән була. Һуңғы мәртәбә осрашҡанда түҙмәнем, һораным.

Яхъя ағай ҡыҙарҙы, йылмайҙы.
– Әй-й, Әхтәм, эсһәм, кеҫәмде әйләндерәм шул. Төшөргән булһам, өйгә һәр ваҡыт йәйәү ҡайтам. Транспортта кешеләргә араҡы еҫе аңҡытҡым килмәй. Шуға күрә тотош ҡала аша булһа ла йәйәү атлайым. Бер ваҡыт мине ниндәйҙер хулигандар тотоп туҡманы, аҡсамды, телефонымды тартып алдылар. Шунан бирле, эсергә тура килһә, ҡиммәтле әйберҙәрҙе куртканың эске кеҫәһенә йәшерәм, ә салбар кеҫәләрен әйләндерәм. Йәнәһе, мине талағандар инде. Шулай итеп, иртән үҙем дә иҫән-һау, аҡсам да янда. Бына шулай, туғанҡай.

Р. ШАҺИНУРОВ.

Автор:
Читайте нас: