-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Сентябрь 2023, 15:09

Бала баланы тәрбиәләй аламы?

Бөгөн 8 йәшлек улын етәкләп урам буйлап үткәнендә, уға бер кем дә инде әйләнеп, мыҫҡыллап ҡарамай. Туғандары мәнән дә мөнәсәбәттәре яҡшы. Ә бит ҡасандыр һигеҙенсе класс уҡыусыһы ауырға ҡалды тигән хәбәр бөтә районға таралғайны.

Бала баланы тәрбиәләй аламы?
Бала баланы тәрбиәләй аламы?

Әлиәгә хәҙер 24 йәш. Әсәй булғанында уға 16 ине. Бөгөн 8 йәшлек улын етәкләп урам буйлап үткәнендә, уға бер кем дә инде әйләнеп, мыҫҡыллап ҡарамай. Туғандары мәнән дә мөнәсәбәттәре яҡшы. Ә бит ҡасандыр һигеҙенсе класс уҡыусыһы ауырға ҡалды тигән хәбәр бөтә районға таралғайны.

Бик сетерекле хәл: беренсенән, донъяға сабый тыуа, икенсе яҡтан, үҫмерҙең тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Мәктәптә уҡып йөрөйһө ваҡытта ыштан алмаштырыуҙар, дуҫтар урынына төндә тыныс йоҡларға бирмәгән сабый... Бала баланы тәрбиәләй аламы икән?

Барыһы мөхәббәттән башлана

Күрше әбей: “Бер баланы ла гонаһ тип әйтергә ярамай. Һәр береһе —мөхәббәт емеше”, — тигән ине. Үҫмерҙәр күп ваҡытта мөхәббәттән күҙҙәре томаланып, енси бәйленешкә инә. Эҙемтәләрен уйлап та бирмәйҙәр. Һәр кемгә тап уны бәлә урап үтер кеүек тойола шул.

Бына Әлиә лә 14 йәшендә үҙенән дүрт йәшкә өлкән студент егет менән таныша. Интернетта хаттар яҙышыу, осрашыуҙар, бүләк-сәскәләр... Башты әйләндергес мөхәббәт... Дуҫлыҡ түшәккә тиҙ барып етә. Әлиә яратҡан кешенән бала табыу ҙа ҡурҡыныс түгел тип уйлай. Хатта ауырлы икәнен белгәс, борсолоу урынына шатланып та ҡуя. Егет менән түшәк бүлешкәнендә үҫмер ҡыҙ, һис шикһеҙ, үҙен өлкән, бар яҡлап үҫешкән шәхес итеп тоя. Кемдең һуң бала саҡта тиҙерәк ҙурайғыһы килмәгән? Бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ талап итмәгән мөхәббәттә егет тә алтын тауҙар, үлгәнсе бергә булырға вәғәҙә итә. Ҡолаҡ менән яратҡан ҡыҙ ҙа ышана: бер тапҡыр ҙа ирешмәнеләр, матур һүҙҙәр менән бер-береһенә өндәшәләр, әхирәттәр көнләшә... Ҡосаҡлашып йоҡлап киткәндәрендә мөхәббәттәре, ысынлап та, сикһеҙ һәм уларҙы тик үлем генә айырыр кеүек тойола...

Әммә өлкәндәр тормошо башҡасараҡ була шул. Бында яуаплылыҡ бар. Мөхәббәт менән генә алыҫ китеп булмай. Баланы ашатырға, кейендерергә кәрәк. Тимәк, эшләргә лә, уҡыуҙы ғына түгел, ял сәғәттәрен дә, дуҫтар менән күңел асыуҙы ла оноторға тура килә... Ғүмерҙең тәүге һынауҙарында уҡ мөхәббәт селпәрәмә килә.

“Әсәй, атай, ҡотлайым...”

Үҫмер ауырлы икәнен белгәс тә, уны сабыйының киләсәге лә, үҙенең уҡыуы ла ҡайғыртмай. Башында бер уй: “Әсәйем, атайым белһә, мине үлтерәсәктәр”. Ата-әсәнең нисек ҡабул итеүҙәренән ҡурҡыу арҡаһында үҫмер эсен һығып бәйләп, мул кейемдәр аҫтында йәшергән осраҡтар була. Әлиәне һәм уның ағаһын әсәһе яңғыҙы тәрбиәләй. Әсәй — атай түгел. Ул күпкә йомшағыраҡ, һине нығыраҡ аңлағандай.

Шулай ҙа ауырлы икәнен белгәс, Әлиә әсәһенә тура әйтергә ҡыймай, кеше аша хәбәр ебәрә. “Улың эштән ҡайтып килә, ә ҡыҙың – ауырлы”, – тиҙәр әсәһенә хәбәр араһында ғына. Ата-әсәнең дә һүҙҙәре ҡыҙ өсөн мөһим. Яуаплылыҡ уларҙың да елкәһенә ята. Үҫмерҙең, уның йәрәк аҫтында ятҡан йән эйәһенең яҙмышы ата-әсәнең һүҙҙәренән тора. Иң яҡын кешеләре янында икәнен, ауыр хәлдә яҙмыш утына ташлап китмәүҙәрен аңлаған ҡыҙ күңелендәге ауыр таштан ҡотоласаҡ.

Әсәһе Әлиә менән ипләп кенә һөйләшеү башлай. Хәбәр ысынмы, юҡмы икәнен белешә. Бер аҙ аңына килгәс, ҡасан, нисек һәм кемдән ауырға ҡалғанын төпсөнә. Һәм иң мөһим һорауҙы бирә:

- Нимә эшләргә уйлайһың?

-Табам! — ти мөхәббәттән күҙҙәре томаланған Әлиә, бер секунд та уйламай.

-Дауаханаға барайыҡ. Шунан билдәле булыр, — ти уға әсәһе.

Табырғамы? Тапмаҫҡамы?

Йөклө икәнен иртәрәк белеп ҡалған үҫмер алдында ике юл асыла: табырға йәки аборт яһатырға. Был еңел түгел – ике юлдан дөрөҫөн һайларға кәрәк. Дауаханала Әлиәнең ауыры әле бәләкәй срокта икәне асыҡлана.

—Мин һеҙгә 5 меңлек бер дарыу бирәм. Күрем ваҡытында беленмәй генә сығасаҡ, — ти табип, буласаҡ әсәнән һорап та тормай. Әлиә иларға керешә. Үҙенең мөхәббәт емешен үлтерергә ризалыҡ бирмәй. Аҙаҡ, биш айға еткәнсе, Әлиә дауаханаға бармаҫҡа була.

— Унда берәй дарыу биреп, баламды миңә лә әйтмәй үлтерерҙәр тип ҡурҡтым, — ти Әлиә.

Табырғамы? Тапмаҫҡамы? Был осраҡта һиңә бер кем дә — атай менән әсәйең дә, әхирәттәрең дә, егетең дә кәңәшсе түгел. Ике осраҡта ла һаулығыңа зыян килеүе бар (акушер кәңәштәрен дә уҡырға була). Уҡыуыңды, киләсәк һөнәреңде, ғүмереңде дөрөҫ итеп планлаштырып, аныҡ аҡыл менән ҡарай алыуың хата яһауҙан, киләсәктә үкенеүҙәрҙән алып ҡалыр.

Күршеләр нимә тип әйтер?

Үҫмерҙең ауырға ҡалыуы ябай ғына хәл түгел. Ҡыҙ бар яҡлап баҫым аҫтында. Уның һаулығы ла зыян күреүе ихтимал, психологик, социаль баҫым да ҙур. Бына Әлиәнең дә әсәһе күҙ йәштәре менән дә, әрләп тә ҡыҙын аҡылға ултыртырға тырыша:

-Мине оятҡа ҡалдырҙың! 15 йәшеңдә бала табып ултыр әле! Кеше нимә тип әйтер?!

Әммә үҫмер саҡта кем нимә һөйләр тип уйлап тораһыңмы? Әлиә, әсәһенең һүҙҙәренә үпкәләһә лә, бәхете эсенә һыймай, сөнки һөйгәне атай булырын белгәс, уны һоратырға килә.

-Кешеләр, күршеләр ҡараһалар, ҡарағандарҙыр. Мин уларға иғтибар итмәнем. Эсемде сығарып тороп, алға ғына ҡарап үтә инем урамдан, — ти Әлиә. Әлиә үтһә, үткәндер. Уны мин күптән беләм – бирешә торғандарҙан, юғалып ҡалғандарҙан түгел ул. Буласаҡ әсә тураһында ғәйбәт һөйләп, уны тикшереп, урамда үткәнендә текләп ҡарар алдынан, уның да әлегә бала икәнен оноторға ярамай. Кеше һөйләр-һөйләр ҙә онотор, ә үҫмер, үҫеп еткәс тә ғәйеп тойғоһо менән йәшәйәсәк, балаһына ла “йәшлек хатаһы” итеп ҡараясаҡ.

Әкиәттәрҙә генә оҙаҡ һәм бәхетле йәшәйҙәр...

Ауырлы икәнен белгәс, Әлиә уҡырға йөрөмәй башлай. Мәктәп директоры өйҙәренә килеп еткәс, әсәһе хәлде һөйләп бирә. Директор килешеү тәҡдим итә:

— Беҙ уға 9-сы класс аттестаты тапшырабыҙ, ә һеҙ шау-шыу күтәрмәгеҙ.

Әлиәнең әсәһе ризалаша. Аттестат бар, егете кәләш итеп ала – барыһы ла ыңғай хәл ителде тигәндә, буласаҡ атай башҡа ҡыҙ менән Әлиәгә хыянат иткәне асыҡлана. Мөхәббәт тип ҡанатланып, бала табырға әҙерләнгән ҡыҙҙың донъяһы емерелә. Асыуланып, үпкәләп егете менән араны өҙә. Тик балаларҙы яңғыҙ тәрбиәләү нимә икәнен белгән Әлиәнең әсәһенә был хәл оҡшамай.

— Бергә йәшәмәһәгеҙ, төрмәгә ултыртам, — ти әсәһе. Егеттең ата-әсәһе улдары өсөн ҡурҡып, килен кешене үҙҙәренең ауылдарына алып ҡайталар. Әлиә шулай тотҡонға эләгә: егете икенсе ҡыҙ менән йөрөй, ә ҡәйнә-ҡайныһы, Әлиәнең күҙ йәштәренә лә ҡарамай, уның аҡсаларын, телефонын тартып ала. Хатта аяҡ кейемен йәшерәләр — ҡасып ҡайтһа, улдары төрмәгә эләгеүе бар. Әйткәйнем индем, Әлиә юғалып ҡалғандарҙан түгел. Иҙән йыуғанында йәшерелгән аяҡ кейемен тапҡас, юлға сығып, ҡаса. Ҡайтып еткәс, әсәһенә барыһын һөйләй, аңлата. Әсә ни эшләһен инде — балаһын ҡабул итә.

Атай кеше улы тыуғас та, уның яҙмышында ҡатнашмай. Тәүҙә күргеләп йөрөһә, аҙаҡ бөтөнләй аралашмай башлай.

— Улыбыҙ өс ай тирәһендә ҡаты ауырып китте. Дауаханаға яттыҡ. Бер тин аҡса юҡ, ә дарыуҙар алырға кәрәк. Аптырап, атаһына шылтыраттым. Ике мең булһа ла ебәр, тип һораным. Аҡсам юҡ, тине. Ә аҙаҡ ул шул ваҡытта яңы автомобиль алып йөрөгәнен ишеттем. Сәстәремде йолҡоп иланым, — ти Әлиә. — Хәҙер ун һигеҙ, ун туғыҙ йәшлектәргә ҡарайым да, уны аңлағандай булам – ул да әле бала булған. Әммә кеше үҙгәрмәйҙер. Йылдар үтә, хәҙер ул ир 30-ҙы ҡыуа, тик әле бер тапҡыр ҙа алимент түләгәне юҡ.

Кем ғәйепле?

“Бейә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй” тигән яман әйтем киң таралған. Был һүҙҙәрҙе ҡыҙҙарға төбәп әйтәләр. Үҙ теләге менән ауырға ҡалғанмы, әллә уны көсләгәндәрме — ҡыҙ барыбер үҙе ғәйепле, йәнәһе. Буласаҡ атай балаһын тәрбиәләшергә ярҙам итергә риза булмаһа ла, уға бер ниндәй һүҙ теймәйәсәк.

Әлбиттә, йөккә уҙғас инде, ғәйеплене табыуҙан бер мәғәнә лә юҡ. Әммә киләсәктә бындай хәлдәрҙе иҫкәртергә була. Әлиә 8-се генә класта ауырға ҡалғас, был яңылыҡ райондың бөтә мәктәптәренә тарала. Шунан башлана инде, янғандан һуң, тигәндәй, ошо темаға дәрестәр, класс сәғәттәре, табиптар менән осрашыуҙар, ата-әсәләр йыйылышы... Шуға ла баланың енси тәрбиәһенә яуаплы ҡарарға кәрәк. Тәү сиратта, был ата-әсәнең эше. Әммә беҙҙең мәҙәниәттә ниңәлер бала менән ошо темаға асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ҡабул ителмәгән. Иң күбе әсәй кешенән “эш боҙоп йөрөмә” йә “бәпәй яһап ҡуйма” тигәнде ишетәһең. “Интернет заманында, беҙҙән күберәк беләләрҙер әле”, “минең менән һөйләшмәнеләр, әммә мин кеше булып киттем” тип аҡланыусылар ҙа бар. Нисек кенә булмаһын, ғаиләлә енси тәрбиә бирелергә тейеш. Бер танышымдың әсәһе гинеколог. “Бәләкәй саҡта, бәҙрәфтә һәр саҡ ошо темаға китаптар бар ине,— тип хәтерләй танышым. — Әсәйемдең эшенең китаптарылыр, тип уйлай инем, әммә ҡыҙыҡ күреп уҡый торғайным. Үҫкәс кенә был балалар китабы булғанын аңлап ҡалдым”. Үҙенә күрә енси тәрбиәнең бер ысулы.

Ата-әсәнең үҙ-ара мөнәсәбәте лә бала өсөн өлгө булып тора ала. Ә педагогтар, табиптар, психологтар өҫтәлмә мәғлүмәт бирергә тейеш. Үҫмерҙәр организмының анатомик һәм физиологик үҙенсәлектәрен, енси инфекциялар таралыу юлдарын һәм ябай һаҡланыу саралары тураһында белеме булыуы мотлаҡ.

Күп кенә үҫмерҙәр бер нисек тә фән менән иҫбатланмаған мифтар арҡаһында ла ауырға ҡала. Күрем килеү ваҡытында йәки унан һуң, һыуҙа, беренсе тапҡыр, билдәле берәй позала енси бәйленешкә инһәң йәки йоҡлағандан һуң һикерһәң, йыуынһаң, бәҙрәфкә барһаң, ауырға ҡалмайһың тигән яңылышыуҙар бар.

Әйткәндәй, статистика буйынса, 20 йәшкә тиклемге йәштәрҙең 90 проценты енси тормош алып бара. Тиккә генә элек ҡыҙ-егеттәрҙе йәшләй өйләндермәгәндәрҙер. Ни тиһәң дә, гормондар “уйнай” һәм “йәшлек хаталары” эшләп ташламаҫ алдынан өйләндереү хәйерлерәк һаналған. Хәҙер заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, мәғлүмәт быуатында, ваҡытында тейешле белем бирергә оялмай, уңайһыҙланмай үҫмерҙең һаулығын, лайыҡлы киләсәген һаҡлап ҡалырға була.

Артабан һуң нимә?

Әлиә — бөгөн бәхетле әсәй. Улына 1,5 йәш булғанда уҡ эшкә сыҡты. Ҡалалағы һөнәрселек училищеһын тамамланы. Кредитҡа булһала, машина алды — малай үҫә, уны мәктәпкә, түңәрәктәргә алып йөрөргә кәрәк. Ғаилә көтә алырлыҡ, терәк булырлыҡ кешене осратып, кейәүгә лә сыҡты.Хәҙер икенсе бала тураһында хыялланалар.

— Минең уйлауымса, икенсегә бала тапһам, уны бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул итәсәкмен. Беренсенән, мин инде бала түгел. Икенсенән, тормошом яйға һалынған, аҡса етә. Өсөнсөнән, иптәшем бар, мин тыныс күңел менән балалар менән ҡала алам. Ул баламдың бәләкәстән “тәмен” белеп үҫтерәсәкмен.

Әммә иртә ауырға ҡалғас, Әлиәнең һаулығы бер аҙ ҡаҡшаған, “ҡатын-ҡыҙҙар яғынан” тәүҙә яҡшы итеп дауаланып алырға кәрәк. Шунан ғына инде икенсене табырға була.Булыр, Әлиә бирешә торғандарҙан түгел!

Иң йәш әсәй

Медицина тарихында иң йәш әсәй – Перунан Лина Медина. Бала тапҡанында, 1939 йылда, уға 5 йәш тә 7 ай ғына була. Ата-әсәһе ҡыҙҙарының эсе үҫә башлағас, шеш тип уйлап, дауаханаға мөрәжәғәт итә. Әммә Лина 7-се ай йөклө булыуы асыҡлана. Нисек ауырға ҡалғаны билдәһеҙ ҡала, Лина үҫкәс тә был турала бер ваҡытта ла һөйләмәй. Дауаханаға мөрәжәғәт иткән көндән алып бала тапҡанға тиклем Линаны табиптар күҙәтеүе аҫтында ҡалдыралар. Ваҡыты еткәс, операция ярҙамында Линаның 2,7 килограмлыҡ һау-сәләмәт улы тыуа. Малайға Херарда тип исем ҡушалар. Лина балаһы менән апайлы-ҡустылы булып үҫәләр. Херардаға ун йәш тулғас, уға ысынды һөйләйҙәр. Линаның улы 40 йәшендә яман шештән үлеп китә. Лина үҫкәс, кейәүгә сыға, 39 йәшендә тағы бер бала таба. Бөгөн Линаға 88 йәш.

Статистика:

Рәсәйҙә 2019 йылда 12 йәшлек – 3 ҡыҙ, 13 йәшлек – 24 ҡыҙ тәүге, 14 йәшлек бер ҡыҙ – икенсе, 15 йәшлек бер ҡыҙ өсөнсө балаһын таба. Бөтәһе 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙарҙан 11 247 бала тыуа. Шуларҙың 682 – икенсе, 45 – өсөнсө, 2 – дүртенсе һәм 1 – бишенсе балаһын таба.

Башҡортостанда 2020 йылда 369 балиғ булмаған ҡыҙ ауырлы булып теркәлә, шул иҫәптән 14 йәше тулмаған ике ҡыҙ. 40 ҡыҙ аборт эшләтһә, 329-ҙы бала таба. Шуларҙың береһе генә сабыйынан баш тарта.

Гөлназ Ҡырғыҙбаева, 4-се һанлы инфекция дауаханаһының реанимация һәм интенсив терапия бүлегенең шәфҡәт туташы:

Үҫмерҙәр күп осраҡта алдан планлаштырмай ауырға ҡала. Шуға ла күбеһенсә ҡыҙҙар аборт эшләтә, һирәгерәк – табалар. Үҫмерҙәрҙең организмы әле тулыһынса үҫешеп етмәгән, улар әле физик яҡтан өлгөрмәгән. Йөклө саҡта ауырлыҡтар барлыҡҡа килеүе мөмкин. Күп осраҡта сабый ваҡытынан алда тыуыуы һәм баланың етлекмәгән булыуы ихтимал. Бындай сабыйҙар интенсив терапияға мохтаж һәм киләсәктә лә уларҙың һаулыҡтары һәм үҫеше менән йыш проблема була. Үҫмерҙең һаулығы йөклө сағында ла ҙур ғына хәүеф аҫтында. Шулай, уларҙа преэклампсия – ауырлыларҙа күҙәтелгән һуңғы токсикоз, гипертоник ауырыу, тимер дефицитлы анемия, бала тапҡан ваҡытта һәм унан һуң ҡан ағыуы күҙәтелә. Үҫмер саҡта аборт та күңелһеҙ эҙемтәләргә алып килеүе ихтимал. Йыш ҡына – көслө ҡан ағыуы, түллек һәм балаятҡы торбаһында йәбешмә барлыҡҡа килә, ҡан ағыулана; балаятҡының перфорацияһы (тишек барлыҡҡа килә) һәм түлһеҙлек янай. Физиологик проблемаларҙан тыш, психологик проблемаларҙы ла оноторға ярамай. Етмәһә, социаль баҫым да бар бит. Үҫмер кешеләрҙең тикшереүенә дусар була, шунлыҡтан ата-әсәһенә хәлдәрен һөйләп бирергә ҡурҡалар. Иртә ауырға ҡалып, улар уҡыуҙарын ташларға мәжбүрҙәр, был инде киләсәктә карьера төҙөүгә ҙур ауырлыҡ килтерәсәк.

Ярҙам кәрәкһә...

Ауырлы үҫмергә ярҙам кәрәкһә, “Мөхәббәт” ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү бүлексәһенә мөрәжәғәт итә ала. Телефоны: +7 (347) 286-02-53.

Заһиҙә МУСИНА. 

Автор:
Читайте нас: