Шулай ҙа:
-Байытам тиһеңме? Нисек?-тип һорау артынан һорау яуҙыра башланым.
Кемдең бай булғыһы килмәһен...
-Ҡалала йәшәгән бик шәп танышым шылтыратты! Ундааа, бөтә кеше хутлы ғына итеп аҡса эшләй тей, белгең килһә!
-Эй, еңел юл менән байығыуға шикләнеп ҡарайым шул,- тинем мин икеләнеп.
Әхирәтем ҡапыл урынынан тороп, ҡыҙып уҡ китте:
-Һинең шул булыр инде, -тине ул үпкәләп.- Ғүмер буйы хөкүмәткә бушҡа эшләп өйрәнгәнһең. Мин һиңә ярҙам итергә теләйем, ә һин!?
-Бушҡа түгел, шөкөр, эш хаҡын ваҡытында алам!- тинем мин.
- Ә был юлы һин эшләмәй генә байығасаҡһың!- тип һаман бирешмәне ҡатын. – Аҡсаны бит гел көрәк менән эшләп табырға тимәгән.
Әллә мин белмәй ҡалдыммы тип уйлап ҡуйҙым, иртән китәһең-кис ҡайтаһың тигәндәй...
-Йә, нисек ул һинеңсә «эшләмәй байығыуың»,- тип һорап ҡуйҙым.
Бәлки, ысынлап та мин белмәгән юлы барҙыр аҡса һуғыуҙың? Ана бит, ҡайҙа ҡарама текә машиналар, күҙ яуын алырлыҡ затлы йорттар теҙелеп киткән. Эш хаҡына мәңге һатып алырлыҡ түгелдәһә был хәтлем зиннәтте.
Әхирәтем йәтешләп ултырғансы, газ тоҡандырып сәйнүк ултырттым.Бына тыңла тигәнгә ишаралап, ул эргәмә ҡунаҡланы.
- Аҡсаны бер банкка һалаһың. - Әхирәтем ике ҡулын ике яҡҡа һуҙып ебәреп:
-Шул аҡсаң сүпрә ҡамыры һымаҡ ҡабарып, артып китә ти...Ике-өс айҙан һинән дә бай кеше булмай ти, вәт!- тине.
-Кит, шул да булдымы яңылыҡ! Телевизорҙан күпме кешенең аҡсаһына айыу майы һөрткән ялған банктар тураһында һөйләп торалар бит,- тинем мин асыуым килеп.
-Юҡ шул, быныһы ып-ысын, ти. Ни тиклем күберәк һалаһың-шул тиклем күберәк арта икән...
Әхирәтем ҡапыл бармағын ирененә тейҙереп:
-Сеү, кеше ишетергә, белергә тейеш түгел,- тине шыбырлауға күсеп.-Әтеү күҙ тейә. Байлыҡ-тынлыҡты ярата.
Мин көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып:
-Әллә һиңә лә был ен ҡағылдымы?- тип һораным.
-Эйесе, кемдең мул аҡсалы булғыһы килмәһен. Ана, хатта серегән байҙар ҙа шул арҡылы аҡсаһын арттырып ята ти, белгең килһә!
Ярай, уйлап ҡарармын, тип тамам башы буталған әхирәтемде оҙата һалдым.
Донъя ығы-зығыһы менән көн-артынан көн уҙып ҡына тора. Олоғая бирә ғүмер ҙә тиҙ үтә һымаҡ.
Бер көндө магазиндан ҡайтышлай әхирәтемдең хәлен белмәксе булдым.
Һүҙ әлеге лә баяғы аҡса тирәһендә уралды.
-Мин әхирәткәйем, һине көтөп торманым инде, теге шәп банкка йөҙ мең аҡсамды һалып та ҡуйҙым! –тине ул мине шаҡ ҡатырып.
-Йөҙ мең?-минең аяҡ аҫтымдан ер ҡуҙғалып киткәндәй булды.- Ҡайҙан алдың был саҡлымды?- тинем мин ғәжәпләнеүемде йәшермәй.
-Ай, Алла, ниңә аптырайһың, кредит алдым!- тине ул күҙ ҙә йоммай.- Хәҙер уның өсөн банктың үҙенә лә бараһы түгел. Күршемдең ҡыҙы телефон аша ғына барыһын да эшләне. Бына күрерһең йөҙ меңем ике-өс тапҡыр артып китер әле.
Әхирәтемдең дыуамаллығына иҫем китеп баҫып торған арала ул нимәләр һатып алырын, ҡайҙа сәйәхәт итерен,тағы әллә ниндәй аҡса туҙҙырыу юлдарын тәфсирләне.
-Күп уйлайһың!- тине ул миңә шелтәле ҡараш ташлап.- Әҙме-күпме эш хаҡың бар...Ана, минең кәңәште тотоп Себерҙә өс ай эшләп алып ҡайтҡан аҡсаһын ҡустым шул банкка күсереп тә ҡуйҙы.
Минең күҙ алдым ҡараңғыланып киткәндәй тойолдо. Аһ, аһ, әллә мин аңлап етмәйем, әллә башҡалар шулай тиҙ ышаныусан....
-Эй, әхирәт, һуң ҡустыңдың өс балаһы, төҙөлөп бөтмәгән өйө ултыра лаһа...
-Бына шуға ла банкка һалды инде, етмәгән өлөшөнә йәнә кредит та өҫтәне. Алла бойорһа, йорт туйлар көн дә етер...
Өйөмә ҡайтып, иремә ошо хаҡта һөйләргә тип кенә йыйынғайным, минән алда:
-Бер таныш ағай шылтыратты, ике йөҙ меңдән миллион яһап була икән, ти. Үҙе бар йыйынтығын банкка һалып та ҡуйған, машина яңыртырға уйлай,- тип хәбәр һалды.
Әллә ысынмы икән?..