+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Сентябрь 2023, 15:26

"КӘБӘН АҪТЫНДАҒЫ СЫСҠАН"

«Ҡәҙерлем, киске аш плитә өҫтөндә, мин яратҡан сериалымды ҡарайым. Эш хаҡыңды кофе һауыты эсенә һал - утыҙ мең, артығы кәрәкмәй», - тип тә өҫтәгән.Өйләнгәндән алып шулай...

"КӘБӘН АҪТЫНДАҒЫ СЫСҠАН"
"КӘБӘН АҪТЫНДАҒЫ СЫСҠАН"

Кисәге, киске сәғәт ун ике тулғанға тиклем минән дә бәхетле кеше булмаған икән. Эйе, эйе-е-е !.. Эшкә барҙым, ҡайттым… Һыуытҡыста, әүәлгесә, кәләшемдән записка. «Ҡәҙерлем, киске аш плитә өҫтөндә, мин яратҡан сериалымды ҡарайым. Эш хаҡыңды кофе һауыты эсенә һал - утыҙ мең, артығы кәрәкмәй», - тип тә өҫтәгән.Өйләнгәндән алып шулай... Артығы тип шул, юлға ҡалғанын әйтә инде ул. Ҡатын ҡушҡан әмерҙәрҙе үтәп, ниһәйәт, телевизор ҡаршыһындағы диванға, тегенең аяҡ осона сығып ултырҙым.

- Мынау, Марианнаны әйтәм, - тип башланы ул һүҙен. - Шул тиклем дә иҫәр булыр икән!..
- Ҡаршыла йәшәгән Вәсилдең ҡыҙын әйтәһеңме? - тим, ҡапыл ғына һүҙ төйөнөн тоталмай.
- Туң баш, ниндәй Вәсилдең ҡыҙы булһын ти. Анау, балаһын урам буйында ҡалдырып киткән иҫәүән Марианнаны әйтәм дәһә, - тип, телевизор пультын минең яҡҡа браҡтырҙы. Шуға борсолоп, бөтә нерваларым бөттө… Алйот, һантый …
- Беренсе этаждағы Марианнаны мин ҡайҙан беләйем ,- тим үпкәләп.
Минең был һүҙҙәр ҡатынды сығырынан сығарҙы.
- Кит, хет һин асыуымды килтереп, маҙама тейеп ултырма, - тип, уңайлы ғына ултырған урынымдан иҙәнгә төртөп төшөрҙө.
- Һин дә шул Марианнан бер ерең менән дә кәм түгелһең…Уның ярай Луис Альбертоһы бар, емерелеп ятҡан байлығы булып та күҙенән йәш кипмәгән , ә һинең минән башҡа кемең, нәмәң бар?
-Ҡәҙерлем, ҡыҙма, хәҙер ни ярты подъезд Марианна!.. Һин дә юҡ бар менән башымды ҡатыраһың. Сериалдан тип кенә әйтһәң ни була?
Бәхәсләшеп, һүҙ көрәштереп ултырырға хәл дә, теләк тә юҡ . Шунда ятҡан бисәкәйҙең йомшаҡ бесәй башлы тәпишкәһенә башымды терәп торған инем, ойоп киткәнмен.
… Төшөмдә күршем Вәсилде күреп ятам. Теге миңә:
- Һинең улыңдың атаһы мин , ышанмаһаң, әйҙә, ДНК- ға анализдар биреп, иҫбатлайбыҙ, - ти, ҡороғор.
- Бирермен мин һиңә анализ ! Киҙәнеп , тегегә бәреп ебәрәйем генә тигән инем, бисәкәйҙең ҡабырғама тибеп:
- Тор, нәмәңде ҡарап, аяҡ аҫтында эт урынына ятаһың, саҡ эләгеп йығылманым даһа, - тиеүенә уянып киттем.
Йылы урыныма барып ятҡас та ҡапыл ғына ойоп китә алманым. Күршемдең был һүҙҙәре күңелемә шайтан булып ояланы бит әй.
Ысынлап та, уйланырлыҡ урын бар бында… Мин иртән китәм, кис ҡайтам, ә ҡатындың эшләйме, юҡмы икәнен дә әйтә алмайым. Иртән иҙрәп йоҡлап ҡала, кис ҡайтҡанымда - телевизор ҡаршыһында, Аллам һаҡлаһын, яңлыштан уйламай артыҡ һүҙ ысҡындырып, сериалынан бүлә күрмә… Унан кире, ни генә тимә, бисәкәйемдең һуғыр урыны ла, үбер урыны ла бар!.. Был факт !.. Дә-ә-ә , ауыртмаған башҡа тимер таяҡ… Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡатын менән һуңғы тапҡыр күҙгә -күҙ ҡарашып сәй эскәнебеҙҙе лә хәтерләмәйем... Уйланырлыҡ урын бар бында, егеттәр, бар …
Икенсе көндө сменам бөтөү менән тура өйгә йүгереп ҡайттым. Подъезд ишеген асып өлгөрмәнем, күршем эстән нимәҙер көйләй- көйләй, буш сеткаһын бармағында өйөрөлдөрөп, бик ҡәнәғәт йөҙ менән, минең күҙҙәремә серле генә ҡарап , ҡулын биреп күреште лә , йәнәһе лә, магазинға китте.
«Был нимә, көпә-көндөҙ ел тибеп йөрөй?!» Кәләш менән кисектермәй һөйләшергә, аңлашырға һәм кәрәкһә айырылышырға әҙер булып ишегемде асып , өйгә индем. Танауға тәмле аш еҫе бәрелде. Эске бүлмәнән ҡатындың:
- Шөкөр, беҙҙең дә бергә ултырып тамаҡ ашар көн бар икөн , - тигән йылы тауышын ишеткәс, баштағы бөтә насар уйҙар кинәт кенә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.
- Вәт һин уны, мәйтәм, тәмле аш , ғәзиз тауыш мөғжизәләр ҡыла !… Аш алды кәгеп, кәләшем менән сөкөрләшә-сөкөрләшә кискелекте ашағандан һуң диванға сығып яттым. Хәҙер һәр көн эштән һуң уңға-һулға боролмай, тура өйгә - сериалдар ҡарарға йүгереп ҡайтам.
Беләһегеҙме, егеттәр, тормошом бөтөнләй икенсе йүнәлеш алды ла ҡуйҙы, рәхмәт төшкөрө! Бисәкәй менән кәбән аҫтындағы сысҡан кеүек, ҡан һыйында йәшәйем. Ана шул Марианнаның ҡайғыһынан башҡа, бөтәһе лә, Аллаға шөкөр!.. Ул илаҡ байҙарҙы кәләш дөрөҫ әрләй , башҡа ҡайғылары булмағас, әй шунда миңә тиһә суҡынып китмәйҙәр микән… Ҡайҙа, яңы сериал башланғансы эргәбеҙгә кәләштең яратҡан һутын сығарып ҡына ҡуяйым да, түргә менеп ята һалайым.
Йәмәғәт, был хәстрүш донъяның йәнә бер ябай ғына ғилләһенә инандым, бәхет сере беҙҙең үҙебеҙҙә икән!
 
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.
Автор:
Читайте нас: