ҒӘЙЕПҺЕҘҘӘН-ҒӘЙЕПЛЕ
Сәрби әбейҙең “Көн һыуытыр булһа бесәйҙәр йылыға, мейес башына һыйыналар икән” тигәндәрен ишеткәне бар ине...
“Быйыл утын етмәҫ ахырыһы, ҡыш һалҡын булды шул. Бына бөгөн генә аҙыраҡ йылытҡандай. Тағы утын һатып алырға тура килерме икән?” Ошондай уйҙар уйлай-уйлай Сәрби әбей тыштан утын ташыны. Инеп сисенде лә, утынды мейес башына һала башланы. Бесәй сыйылдап ебәрҙе. Ҡараһа: бесәй төпкә, йылыға һыйынған да һис төшөргә теләмәй. Сәрби әбейҙең “Көн һыуытыр булһа бесәйҙәр йылыға, мейес башына һыйыналар икән” тигәндәрен ишеткәне бар ине. Был юлы ул бөтә асыуын бесәйгә һалып:
- Нимә! Тағы көндө һыуытырға итәһеңме? Былай ҙа утын аҙ! – тип, бесәйен мейес башынан алып осорҙо.