+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Сентябрь 2023, 15:34

“Бер һүҙе менән үҙенән биҙҙерҙе...”

"Тормош булғас, ир менән ҡатын араһында хыянатҡа ла урын бар”,- тимәһенме!

“Бер һүҙе менән үҙенән биҙҙерҙе...”
“Бер һүҙе менән үҙенән биҙҙерҙе...”
Аҙна буйы Мирастың һүҙе башымдан сыҡмай, оноторға тырышып ҡараһам да, яңынан күңелде тынғыһыҙлап өйөрөлөп тик йөрөй. Ҡара әле, мин нисек яңғылышҡанмын! Һис кенә лә уны шундай икейөҙлө, әхләҡһеҙ тип уйламағайным. Уның ысын күңелдән әйткән һүҙҙәренә ғәжәпләндем һәм ...үпкәләнем.
Беҙҙең бик яҡшы уртаҡ таныштарыбыҙ бар. Һис уйламағанда уларҙың айырылышыуҙарын ишетеп таң ҡалдыҡ. Дөрөҫөрәге, мин нығыраҡ хафаландым, ҡайғырҙым, үрһәләндем. Мирас тәүҙә борсолған төҫлө күренһә лә, аҙаҡ: ”Тормош булғас, ир менән ҡатын араһында хыянатҡа ла урын бар. Өлфәт үлеп ғашиҡ булғас, ҡатынын алдап йәшәй алмай бит инде. Мөхәббәт барынан көслөрәк”,- тимәһенме! Хыянатты “нормально!” тип иҫәпләп, мине тынысландырырға тырышҡан Мирас йән асыуымды ҡабартһа ла, һиҙҙермәҫкә тырыштым.
Нисек яҡын кешеңдең хыянатын аҡларға була? Ғаилә ҡорғанһың икән, ныҡлығы өсөн яуап бир. Улайһа, ниңә тормош ҡороп торорға? Тоттом да Мирастан һораным: ”Бәлки, беҙгә өйләнешеп торорға ла кәрәкмәйҙер? Хыянат һинең өсөн “нормально” булғас...” Көтөлмәгән “һөжүм”дән албырғап ҡалған егетем аҡланырға маташты, имеш, уның башҡа бер кемгә лә күҙ һалғаны юҡ, әммә шундай хәл килеп тыуһа, йәғни “үлеп” ғашиҡ булырға тура килһә, минең уны аңлауыма һәм ғәфү итеүемә ышана... Мин һүҙҙе йәһәт кенә башҡа темаға борҙом, тик күңел ҡырылды. Яратҡан кешеңдән бындай һүҙҙе ишетеүе ауыр, хатта тормошта көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар һағалауын яҡшы белһәң дә. Йәһәт кенә алыштырырға мин бит һиңә сепрәк күлдәк түгел!
Миңә шундай ышанысһыҙ тормош юлдашы кәрәкме? Уға ҡарата йылылыҡ та кәмегәндәй, бер һүҙе менән үҙенән биҙҙерҙе. Бәлки, уның аҡланыуын ваҡытында ишетеү минең файҙағалыр ҙа...
 
 
 
Автор: Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас: