+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Февраль , 09:00

Тағы бер аҙ һыуытты

Ҡыш шулайыраҡ булыр инде. Һыуыҡ миҙгелдең һаулыҡ өсөн хәүефтәре лә етерлек: кеше йә тайып йығыла, йә ҡул-аяғын туңдыра.  Зинһар, һаҡ булығыҙ! Һыуыҡта өшөмәҫ өсөн көн торошона ҡарап кейенегеҙ. Иҫтә тотоғоҙ: тар һәм еүеш кейем туңыуға ярҙам ғына итә.

Тағы бер аҙ һыуытты
Тағы бер аҙ һыуытты

Алкоголь ҡулланмағыҙ, тәмәке тартмағыҙ.

Туңыу билдәләре:

Тире күгәрә башлай, йылытҡанда ауырта, температураны тоймайһың, ныҡ туңған урын күберсекләнә.

Теге йәки был ере туңған кеше хәлһеҙләнә, пульсы йышая, ҡан баҫымы һәм температураһы төшә (36 градустан түбән).

Туңыу ихтималы булған кешене тиҙерәк йылы бинаға индерергә тырышығыҙ. Тик ҡапыл йылынырға ярамай.

Иң тәүҙә ҡоро һәм йылы кейем кейеү шарт. Шунан йылыға төрөргә һәм эҫе сәй (һөт, һурпа) эсерергә.

Массаж яһарға, ҡар менән ыуырға, грелка ҡуйырға ярамай.

Фото: pxhere.com

Автор:
Читайте нас: