+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Март , 14:00

Әгәр ҙә ураҙа тота алмаһаң...

Ураҙа тотоусы кешене ашатыу ҙа бик изге вә әжер-сауаплы ғәмәл булып һанала. “Кем дә кем ураҙа тотоусыны ауыҙ астырһа, йәки ифтар мәжлесе ойошторһа, ураҙа тотҡан кешеләрҙең сауабы ул кешегә лә яҙылыр, әммә ураҙа тотоусының сауабы һис тә кәмемәҫ”, – тиелә хәҙистә.

Әгәр ҙә ураҙа тота алмаһаң...
Әгәр ҙә ураҙа тота алмаһаң...

Аллаһы Тәғәлә ул кешенең гонаһаһын ярлыҡар, ожмахта Пәйғәмбәребеҙҙең Кәүсәр шишмәһенән эсерер. Был кеше ҡиәмәт көнөндә халыҡ һыуһағанда, һис һыуһамаҫ. Ә  инде кешенең ураҙа тотоусыны туйҙырырға ҡеүәте булмаһа, фәҡир булһа, бер йотом һөт, йәки емеш, йәки һыу менән бер ураҙа тотоусының ураҙаһын астырһа, уға ла сауап булыр.

Фото: islamnews.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: