-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Июль , 16:00

Төшлөктәге төш. Хикәйә. Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

Ә «ни өсөн», «ниңә»ләр борсой башлаған икән, тигенгә түгел. Тере мәйеттең һорауҙары бит был. Тормош һулҡылдап тиртеп, мөлкөлдәп ҡайнап торғанда юҡ-бар башҡа килмәй. Ҡартлыҡ шулай үҙен һиҙҙерәлер, тигәйне башта. Күҙгә тексәйгән ҡартлыҡтан һөйөү артына боҫмаҡсы булып, ғишыҡ яңыртырға ла уйлап ҡуйғайны. Тик бынан да файҙа сыҡмаҫын самалай. Ғашиҡ булғаны юҡмы ни уның? Башта ҡыҙыҡ, эйе. Ә бер аҙҙан балға батҡан һағыҙаҡ шикелле, ҡанатың һәлберәп, нисек ҡотолорға белеп булмай. Унан ҡатын-ҡыҙҙың уға талпан кеүек йәбешә торған холҡо бар. Юҡ, был мәшәҡәттең дә кәрәге юҡ. Тағы ниндәй ҡыҙыҡ бар һуң был донъяла?

Төшлөктәге төш. Хикәйә. Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА
Төшлөктәге төш. Хикәйә. Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА
Яланғас табаны шалланмаған шыма таҡтаның рәхәт йылыһын тойоу менән бала саҡ, уйһыҙ, ирәүән студент осор, әсәй йорто келт итеп иҫенә төштө. Еләҫ елдәй генә булып моңһоулыҡ ипкене ҡағылып китте. Кисә ҡыҙыу мунсала кинәнгәнсе сабынып, аҙағынан һитәле бал менән буйтым шифаланғас, сабыйҙай иҙрәп йоҡланылған. Һуң торғанына уңайһыҙланыңҡырап сыға ине, йәшел сирәм баҫҡан киң ихатала өмәгә әҙерлектең ҡыҙып ҡына барғанын күреп тынысланды. Техникаға һалышҡан ауыл кешеһе эш тип өтөлөп-ҡырылып бармай хәҙер.
Ана, ҡоҙаһы бар таһылын һалып бесәнгә һимертелгән тәкәне тунай. Өмәгә әйтелгән күрше ҡатындарылыр, ахыры, эсәк йыуырға китергә тора. Береһе ҡаласа аҡ салбарҙан килеш күтәрмәгә сығып баҫҡан Сафуанға һирпелеп баҡты ла, өлкәнерәгенең бөйөрөнә төртөп, тоттоҡ, тигәндәй, ерҙәге эсәк-ҡарын тултырылған тасҡа ымланы. Эйелгән ыңғайға асыҡ иҙеүенән йомро ғына түштәре күренеп ҡалды. Уйынсаҡ ҡыҙыҡһыныу сағылған ҡарашын ҡапҡанан сығып барышлай йәнә бер ташлап алырға өлгөрҙө йәш ҡатын.
Ауыл халҡы өсөн Сафуандың тормошо әкиәт кеүек күренә инде.Кисә лә:
– Шоферы йәкшәмбе килеп ала, ти. Эй рәхәт йәшәйҙәр ҙә инде, килтереп ҡуй, килеп ал, – тип һөйләнәләр ине. – Машинаһының матурлығы! Ҡурсаҡ кеүек. Ултырыу түгел, ҡарап тороуы бер ғүмер.
Ә ҡоҙағыйы ҡәнәғәт йылмайып өндәшмәй генә тыңлай. Уның ултырып йөрөгәне бар, өлкән улы Себерҙән үк машинаһы менән ҡайтып төшкән.
Нисәмә йылдар инде донъя йөгөн бер үҙе артмаҡлап, ағай, атай, хәҙер инде хатта олатай булып киткән Сафуанға бер көнгә генә булһа ла үҙен һис хәстәре булмаған ҡәҙерле ҡунаҡ итеп тойоу рәхәт. Ана, ҡоҙағыйының, аласыҡтан йүгерә һалып сығып, ҡәҙерләп сәйгә саҡырыуы хас та әсәһенең өлтөрәп тороуын хәтерләтте. Өҫтәлдә яңы ғына сепараттан үткәрелгән йылы ҡаймаҡ, әле генә һуйылған тәкәнең оҫталап ҡурылған бауыры хуш еҫ аңҡыта. Сафуан үҙенең кисә ҡапыл ғына уйлап бында боролғанына йәнә бер тапҡыр һөйөндө. Ул был татыу ғаиләне яҡшы белә. Ҡатыны, балалары менән дә, үҙе генә лә булғаны, уларҙың күмәген дә, яңғыҙ-ярымлап та болло йортонда һыйлағаны бар. Әле лә хужаларҙың, бесән мәшәҡәтенә ҡарамайынса, ул тип өҙөлөп тороуҙарына тамсы ла уңайһыҙлыҡ кисермәй. Сөнки уларҙан күргән яҡшылыҡты унлата арттырып изгелек күрһәтергә ҡулынан килә, күрһәтә лә. Әммә белә: ҡоҙаһы менән ҡоҙағыйының хөрмәтендә уның биләгән вазифаһына ярамһаҡланыу, ҡылған һәм ҡыласаҡ ярҙамдарына рәхмәт кенә түгел. Улар Сафуанды кеше булараҡ та ихлас яҡын күрә. Әле уға бына ошоноһо әһәмиәтлерәк. Эйе, кисәгенәк ҡыр ҡаҙҙары кеүек теҙелешеп Башҡортостан юлдары буйлап кәйелә-кәйелә елдергән затлы машиналар тубынан Сафуандың «Тойота»һы Һөйөндөк ауылына илткән сутырмаҡ юлға ҡайырылды ла ҡалды. Уйламағанда ғына айырылды, сөнки тағы ярты көн сыҙарлыҡ та тәҡәте ҡалмағайны. Шул тиклем туйғайны. Боғаҙына килеп тығылғайны ғарыҡ булыуы. Хәйер, был Сафуандың һуңғы осорҙағы ғәҙәти халәте – кешеләрҙән туйыу. Кешеләрҙән генә булһа икән әле? Ғөмүмән, тормоштоң үҙенән булып ҡуймағайы... Күпселектең ҡарашынан сығып фекер йөрөткәндә, барыһы ла ал да гөл, ашағаны бал да май – ә ул толҡа тапмай. Йоғошло сир кеүек ҡаҙалды бер кәйеф – йәшәүҙең ҡыҙығы бөттө. Был донъяла уны мауыҡтырыр бер генә сер ҙә ҡалмаған кеүек. Бөтәһен дә белә, аңлай. Ниндәйҙер ваҡиға башланып ҡына тора, ә Сафуан уның ахырын күрә. Кеше ауыҙын асып та өлгөрмәй, ә ул ни әйтерен генә түгел, ниндәй йәшерен ниәт менән әйтелгәненә тиклем төшөнә. Башына: «Йәшәүҙән ни мәғәнә?» – кеүегерәк уйҙар инә-сыға йөрөргә әүәҫләнеп бара.
Ә «ни өсөн», «ниңә»ләр борсой башлаған икән, тигенгә түгел. Тере мәйеттең һорауҙары бит был. Тормош һулҡылдап тиртеп, мөлкөлдәп ҡайнап торғанда юҡ-бар башҡа килмәй. Ҡартлыҡ шулай үҙен һиҙҙерәлер, тигәйне башта. Күҙгә тексәйгән ҡартлыҡтан һөйөү артына боҫмаҡсы булып, ғишыҡ яңыртырға ла уйлап ҡуйғайны. Тик бынан да файҙа сыҡмаҫын самалай. Ғашиҡ булғаны юҡмы ни уның? Башта ҡыҙыҡ, эйе. Ә бер аҙҙан балға батҡан һағыҙаҡ шикелле, ҡанатың һәлберәп, нисек ҡотолорға белеп булмай. Унан ҡатын-ҡыҙҙың уға талпан кеүек йәбешә торған холҡо бар. Юҡ, был мәшәҡәттең дә кәрәге юҡ. Тағы ниндәй ҡыҙыҡ бар һуң был донъяла? Элек юғарыраҡ үрләү теләге сәмләндерә ине. Инде юғарыла ла йөрөлдө, депутат та булып ултырҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, яйға һалынған тормошон үҙгәрткеһе лә килеп тормай. Зарланмай ул. Зарланырлыҡ та түгел. Ҡыҙыҡ түгел, тип кешегә һөйләп булмай бит инде. Ғүмер баҡыйына үңәсе өҙөлөрҙәй булып эшләп тә осон осҡа ялғай алмаған күпме ҡарт-ҡоро: «Нимә, ҡустым, осаңа май бөрҙөмө әллә?» – тип күҙеңде сәсрәтер. Әүеҫләк аҫтындағы еләҫтә өмәгә һуңғы әҙерлекте күҙәтеп ултырған Сафуан ялҡау ғына шул хаҡта уйланы. Хәйер, бынау йәмле йәй көнөндә баш ҡатыра торған нәмә лә түгел инде был. Хатта уй ҙа түгел, йонсотҡос бер тойғо. Ҡатындар, ана, йүгерекләп йөрөп машинаға ашанды тейәй. Әйтерһең, бесән сабырға түгел, оло-ҡара туй яһарға барыуҙары. Хәйер, эштән бигерәк, бер мәрәкә инде. Ҡоҙаның ҡырҙан ике улы, бер ҡыҙы ғаиләләре менән ҡайтҡан. Улар өсөн ялан күреү, саф һауа һулау мөһим.
– Бынау ҡымыҙҙы ҡайҙа ҡуяйым, улым? Берәүегеҙ тотоп ултырмаһа, түгелеп әрәм булыр. – Ҡымыҙ быуынды ала бит ул, әсәй, һыуһынға айран яҡшыраҡ. Әсе ҡатығың юҡмы?
– Ҡатыҡ та һалдым. Барһын ҡымыҙы ла, машина һөйрәй ҙә баһа.
Ул арала урам яҡҡа оҙон арбаға егелгән бер ат килеп туҡтаны. Ишек алдындағылар ҡапҡанан килеп ингән был ир менән ҡатынды шулай ҡыуанып ҡаршы алмаһа, Сафуан, моғайын, уларға иғтибар ҙа бирмәгән булыр ине. Икеһе лә йонсоу. Кейемдәре ярлы. Ире арзанлы спорт салбары, ҡәҙимге һиҙрәгән футболка кейгән. Яшыҡ ҡына ҡатыны шул тиклем ҡояшҡа янған. «Ҡара сутыр». Сафуандың иҫенә күптән онотолған ошо һүҙ килеп төштө. Күлдәген дә матур булһын тип түгел, кер күтәрһен өсөн һайлаған, ниндәйҙер бысраҡ төҫ. Бары башына ҡайырып ябынған яулығы ғына аҡ тап булып күренеп тора. Дөйөм иғтибарҙан икеһенең дә йөҙө яҡтырып, ауыҙҙары йырылып китеүгә алғы тештәренең дә теүәл булмауы күҙгә ташланды.
– Ҡотла, ҡәрендәш, – тип шарылданы ир ҡаршыларына йүгереп барған Мәстүрәгә, ҡоҙаның Мәскәүҙән ҡайтҡан фән кандидаты ҡыҙына. – Зәбихулла абзыйың да ҡартатай булды! Малай, өс кило ла ете йөҙ.
Эргәһендә шулай уҡ балҡып торған ҡатыны Сафуандың ғәжәпһенгән ҡарашын тойоп тартынды, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплай һалды. «Хәйерсе үрсеткәнгә лә шул тиклем ҡыуана икән кеше». Көтмәгәндә башына килгән уҫал уйына Сафуан үҙе лә ғәжәпләнде. Тик ниңәлер, әллә хөртәмшә ҡиәфәттәре менән ғәҙәттән тыш шәп кәйефтәре тап килмәгәнгә, ҡаныҡты ла ҡуйҙы был икәүгә. Бигерәк тә ямаҡай бисәһенә.
– Етешһеҙерәк йәшәйҙәр шул, – тип ҡуйҙы һәнәк-тырма тотоп эргәһенән үтеп барған ҡоҙаһы Сафуандың уйын төшөнгән кеүек. – Алты малай. Өлкәнен былтыр өйләндереп башҡа сығарғайнылар. Ана, бөгөн ейәнле булып тороуҙары. Икенсеһенә быйыл туй яһанылар. Өсөнсөләре армияла. Игеҙәктәре военкомат юлында. Кинйәләре мәктәптә уҡый. Балаларының береһе лә ныҡлап аяҡҡа баҫып китә алмаған шул әле.
«Ошолар ҙа, донъяла йәшәйбеҙ, тигән була инде, – тип уйланы Сафуан үҙенән саҡ ҡына йәшерәк был икәүҙе йәлләүҙән аңлайышһыҙ ләззәт кисереп. – Ниндәй генә рәхәт күрҙеләр икән, бахырҙар?» Үҙе лә ауылдан сыҡҡан малай – аҙыраҡ күҙ алдына килтерә Сафуан уларҙың тормошон. Йәйен-ҡышын резина итектә мал араһында. Ауырырға ла ярамай хатта. Малдың тамағы тук булһын, һыйырың ваҡытында һауылһын. Ғүмерең буйы малға ҡол. Ҡыш көрт баҫып китә, яҙлы-көҙлө тубыҡтан бысраҡ. Өс ай йәйҙе күҙҙәре сығырҙай булып көтөп алалар ҙа, йәнә бесән, утын. Йәйге йәннәтен дә инде ташҡа үлсәйем, себен дә серәкәй, күгәүен дә һыйыр ҡойроғо. Ауыл кешеһенең тормошон эт көнөләй күргеһе килеүе үҙен бер нәмә лә ҡыуандырмаған, күңеле үҙәктән ҡороған ағас кеүек булып барған өсөн үс алыу инеме? Аңламаны. Урынлы-урынһыҙға бер көләмәс иҫенә төштө.
...Теге донъя, имеш. Дәүләт етәкселәренең төрлөһө төрлөсә шыйыҡ батҡаҡҡа батҡан. Ленин билдән, Сталин муйындан, Андропов тубыҡтан, ә Брежневтың табанынан ғына тора, ти. Бөтәһе лә: «Бәй, һин шул тиклем гонаһһыҙ түгел дә баһа», – тип аптырағанға: «Шауламағыҙ, мин Хрущевтың башына баҫҡанмын», – ти икән. Шуның кеүек, Сафуан да үҙе батып барған күңел һаҙлығынан бынау ауыл бисәһенең башына баҫып ҡалҡырға маташа ине, ахыры.
Ниһайәт, әҙерлек тамамланды. Ризыҡ-әүҡәтте, ҡаҙанды машина багажнигына, салғыларҙы ат арбаларына тейәнеләр.
– Сафуан ағай, ҡайһы машинаға ултыраһың? – тип көтәүелләгән йәштәрҙе:
– Машинала йөрөгән бар ул... – тип шаяртты ла Сафуан ҡоҙаһының арбаһын һайланы. Атайһыҙ үҫкәс, ғүмере буйы утын-бесәнгә ат менән йөрөгән тиҫтер малайҙарына ҡыҙығыуын иҫенә төшөрҙө.
– Сәмиғә еңгә, әйҙә, елдертеп кенә алып барам, – тип ямаҡ бисәне саҡырҙылар. Ул башта ымһына биреп ҡуйғайны ла, арба төбөнә тырма-фәләнде йәтешләп булашҡан иренә ҡарап:
– Ҡуй, ярар, – тине, баш тартты.
«Әллә ире ҡыҙғаныр тип шөбһәләнә, байғош», – Сафуан көлөмһөрәне. Ҡатын уның уйын аңлағандай:
– Рәхмәт, ҡәйнеш, минһеҙ ағайыңа күңелһеҙ була, – тип өҫтәне. Арбаларға урынлашҡан арала Сафуандың күҙе «ҡара сутыр»ҙың балтырҙарына төштө. Ҡан тамырҙары ҡарағусҡыл күк булып ҡалҡып сыҡҡан, ҡайһы бер урында хатта ҡанһырап тора. Ҡарарға имәнес. Ә бит кемдер уны ла, матурым, тип яратҡан булалыр...
Келтер-келтер генә юлландылар. Ҡоҙаһы алдан, Зәбихулланың аты арттан төшөп алды. Сафуан үҙенең лерт-лерт юртҡан ат арбаһында сәскәле болондар аша һуңғы тапҡыр ҡасан үткәнен дә онотҡан икән. Ә машина тәҙрәһенән донъя бөтөнләй икенсе төрлө күренә, хуш еҫе юғала. Ҡоҙаһы урындағы тәртипһеҙлектәр тураһында һөйләп бара.
– Ил ҡайғыһы, халыҡ мәнфәғәте тигән нәмә аслан бөттө.
Сафуан ялт иттереп ҡарап ҡуйҙы. «Был һүҙҙәр күптән үҙ кеҫәһен ҡайғыртҡан хәйләкәрҙәр өсөн байраҡҡа әйләнде, баһалары юҡҡа сыҡты бит инде». Унан кем арбаһында ултырғанын, был төшөнсәләр изге һаналған урындар ҙа барлығын самаланы.
– Эш буйынса бараһың – бәләкәс кенә дәрәжә эйәһе булғаны ла ришүәт көтөп өмөтөн һәлберәтә. Килеп ултыралар ҙа урлаша башлайҙар. «Әгәр ил буйынса миңә мәғлүм булғандың барыһын белһә, нимә тиер ине икән? – тигән уй елдереп үтте Сафуандың башынан. – Әммә икенсе яғы ла бар бит, – тип эстән генә бәхәсләшеп китте. – Берҙән, юғарыла ла бик анһат түгел».
Был даирәлә уңыш ҡулыңдан эш килеү-килмәүгә генә бәйләнмәгәнен аңлаған әсәһе улының фән юлынан китмәй, етәкселеккә ынтылыуына, Брежнев заманында уҡ:
– Әллә инде, балам. Түрә булыр өсөн һарыҡтар араһында бүре, бүреләр араһында һарыҡ була белергә кәрәк, – тип шикләнгәйне. Әсәһе шуны күҙ уңынан ысҡындырған. Бүреләр араһында бүре – ҡойроҡто бот араһына ҡыҫтырғаны түгел, тешен ыржайтырға әҙер торғаны – була белеү ҙә мөһим. Йыш ҡына, русса әйтмешләй: «Йә, был юлы кемгә ҡаршы дуҫлашабыҙ?» – тигән хәлгә ҡалаһың. Ҡорбанлыҡҡа тәғәйенләнгән ул берәүҙе йолҡҡослап ырғытҡас, һәр кем үҙ юлына китә. Икенсе тапҡыр инде ҡорбан һин үҙең булыу ихтималы аңында һәр саҡ ҡалтырап тора. Гелән шул хәүеф менән йәшәйһең.
Ә власть, байлыҡ, дәрәжә – үлемесле сир. Уны йоҡторҙоңмо, бөттө. Власть менән дәрәжәңде ҡасан ысҡындырыуың билдәле булмағас, исмаһам, аҫтыңа бол яҫтап алып ҡалғы килә, үҙеңә, балаларыңа, ейәндәреңә етерлек итеп.
Ярай Сафуандың был йәһәттән башы ауыртмай хәҙер. Ваҡытында ҡыбырлап ҡалған. Үҙенең ыҡсым ғына бизнесын яйға һалғайны. Законлы юл менән, әлбиттә. Хәҙер шул яҡшы сәғәт кеүек текелдәп кенә эшләп тора. «Нисек күрмәйҙәр, нисек белмәйҙәр урлашҡандарын?» – тип аптыраған була ҡоҙа. Ниңә күрмәһендәр? Кеҫәңдәге тинеңә ҡәҙәр беләләр. Артыҡ хаттин ашмаһаң, итәк-сабыуыңды йыйып йөрөһәң, тейешле кешегә ярай, иң мөһиме, бүлешә белһәң, әлбиттә, аҙмы-күпме үҙ бурысыңды атҡарһаң, түрәлегеңде оҙонайтаһың.
Ҡомһоҙ ҡарашы менән гөлгә күмелгән болондо һөҙөп барған Сафуан:
– Аһа, ҡоҙа, анау һарына түгелме һуң? – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
– Шул, – тип йөпләне ҡоҙаһы ҡәнәғәт тауыш менән. – һуғыш йылдарында күпме кешене ас үлемдән ҡотҡарып ҡалған һарына. Бик һирәк, бөтөү сигендә ине, һуңғы йылдарҙа күренә башланы. 
Ҡоҙа йәне әсенеп ошо тәбиғәт ҡомартҡыһы булырлыҡ ерҙәрҙе ситтән килгән байҙарға һатырға ҡырсынған түрәләр хаҡында һөйләргә кереште. Битарафлығының сәбәбен зирәк ҡоҙаһы дөрөҫ аңлап ҡуймаһын тип хафаланған Сафуан, ниһайәт:
– Тормош арбаһы артыҡ шәп китеп түңкәрелмәһен өсөн тәгәрмәскә таяҡ тығыусылар ҙа кәрәк, тигән фарман күктән үк ебәрелмәнеме икән, ҡоҙа? Һуңғы осорҙа, аптырағас, шулай тип тә уйлап ҡуйыла, – тигән булды.
Ҡоҙаһы сәгер күҙҙәрен һирпеп:
– Ул таяҡ тығыусылар үтә күбәйеп китте бит әле, – тиеү менән сикләнде. – Арбаны бөтөнләй емереп ҡуймаһындар тип ҡурҡыла.
– Ҡурҡытырһың һине!
Әкәмәт кеше инде ул ҡоҙа. Исеме лә бит уның есеменә тап килгән – Ғәҙелгәрәй. Ғүмере буйы түрәләр менән борсағы бешмәне. Күҙҙәрен сығарғансы әйтә лә үҙе дөрөҫ һанағанды эшләп тик йөрөй. Түҙәләр-түҙәләр ҙә ҡыуып сығаралар. Ул етәкселек иткәндә гөрләтеп эшләгән коллектив башта көйләнгән юл менән бара бирә лә оҙаҡ та тормай аҡһай. Быны йәнә саҡырып алалар. Үҙе килә тағы. «Беткә үс итеп тунды утҡа яғып булмай инде». Бына уның яратҡан әйтеме. Йәнә эште яйға һала. һуңғы бер нисә йыл – ауыл мәктәбендә директор. Инде нисәмә тапҡыр сығаралар ҙа, инәлеп, кире саҡыралар.
– Һуңғы саҡырғандарында туп-тура һораным: «Йә, был юлы ниндәй мохтажлығығыҙ бар?» «Мәктәптең башын яптырырға кәрәк тә, бүленгән аҡса етерлек түгел», – тип асығын әйтеп ултыралар. Спонсор табып, яптырҙыҡ. Инде котельныйға ремонт кәрәк. Шуға күрә әлегә тоталар. Шул арала мәктәпкә бәләкәй генә икмәк бешергес алып ҡайтып ҡорҙоҡ. Ярайһы ҙур ғына урындарҙа элекке уҡыусыларым байтаҡ бит. Шулар ярҙам итә. Умарталығыбыҙ бар, яҙ башынан бер нисә башмаҡ алып һимертәбеҙ ҙә итен һатып тотонабыҙ. Шул арҡала быйыл балаларҙы түләүһеҙ ашаттыҡ, ауыр йәшәгәндәргә китап-дәфтәр, кейем-һалым алырға ла етә, – тип һөйләп ултырҙы ана кисә генә. Шулай булғас, илдә выжданлылар ҡалмаған, тип һис тә әйтеп булмай. Булдырам, эшләйем, тигәндәр ҙә күп. Ана, Ғәҙелгәрәйҙең үҙе кеүек.
Ихлас һоҡлана Сафуан уға. Ихтирамын ҡәҙер иткән, һанлаған бик һирәктәр араһында ошо ҡоҙаһы иң беренсе тормай микән? Депутатлыҡҡа тырышып йөрөгәнендә бик көслө, бай, хаяһыҙ конкуренттарын ҡоҙаһы арҡаһында йырлап тигәндәй үтте лә китте бит ул. Ҡайһы ғына ауылға бармаһындар: «Ғәҙелгәрәй димләгәс, һайлайбыҙ уны», – ти ҙә ҡуя ине халыҡ. Тик аҡлай алдымы һуң Сафуан ышанысты? Ғөмүмән, уны аҡлау мөмкин түгел икәнен аңлай микән ҡоҙаһы?

Сафуан елегенә төшкән уйҙарынан ялҡып йәнә артҡы арбала килгән икәүгә боролдо. Зәбихуллаһы бик мәрәкә икән. Балалар шикелле шарҡылдап көлөп ебәрһә, ҡушылмайынса сараң юҡ. Әле лә ямаҡ бисәһенең көңгөр-ҡаңғыр ниҙер һөйләүенә башын артҡа ташлап тороп көлә лә ебәрә, көлә лә ебәрә. Ә теге нимә һөйләй икән? Сафуандың да тыңлағыһы, рәхәтләнеп көлгөһө килеп китте.

Бына ир атын туҡтата һалып, эргәләге тау итәгенә атлыҡты. «Нимә тапты икән унда?» – тип ҡыҙыҡһынған Сафуан уның шул арала бер услам ҡуҙаҡлы еләк өҙә һалып кире йүгергәнен күрҙе. Сәйер булып китте: «Әллә үҙҙәренсә яратыша инде былар ысынлап та?» – тип көлөмһөрәне. Уның был ҡарашын күҙәткән Ғәҙелгәрәйҙең ирененә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу ҡунды. «Яратышыу әллә ҡыҫҡа итәкле, ҡыҙыл тырнаҡлы дорфа секретаршалар менән «һин дә мин – Мөхәммәтәмин» тип кәпрәйгән йыуан ҡорһаҡлы түрәләр араһында ғына була тиһеңме?» – тигәнде аңлатманымы икән был мут йылмайыу...

Бесәнлеге ифрат матур урында икән ҡоҙаның. Ашантыны, кәрәк-яраҡты бушатҡан арала уҡ Сафуан ни өсөн ҡоҙаның балалары был икәүгә: «Һеҙ юҡта яландың йәме буламы ни ул?» – тип сурытҡандарының сәбәбен төшөндө.

Зәбихуллаһы балыҡҡа әүәҫ икән. Тәбиғәткә һыуһаған ҡала халҡы уның тирәһенә өймәкләшкән. Арба төбөнән йәтеш кенә мурҙа кеүек нәмәһен килтереп сығарҙы. Эргәләге тап-таҙа йылғаға күрһәтеп, нимәлер өйрәтә. Үҙе килеп тороп мәрәкәсел, йор һүҙле, шарылдаҡ. Сәмиғәһе шым, бөтмөр. Килеп төшөү менән бөтөн ризыҡты йәтеш итеп урынлаштырҙы: һөтөн-майын –яҡындағы шишмәгә, итте – сая һалып ҡаҙанға, икмәк-маҙарҙы – сысҡан тейә алмаҫтай үргә. Тауыш та күтәрмәй, тыңлата ла белә.

– Еңгә, һиңә армияға баш командующий булырға кәрәк, – тип шаярталар.

«Эйе, ниндәй һәләтле менеджер әрәм булып йөрөй тиҙәк араһында», – тип уйларға мәжбүр булды Сафуан да. Үҙе кешенең тын алышынан уҡ хәл-әхүәлен, уй-теләген абайлай, ахыры, был Сәмиғә тигәндәре. Ғәҙелгәрәй ҡоҙаға дегәнәк япрағы өҙә һалып һондо:

– Ағай, фуражкаңдың эсенә һалып кей, башыңдың ауыртҡаны баҫылыр. Үҙе эшкә һанамайыраҡ ҡараған был «байғоштар»ҙың ҡапыл-ҡара дилбегәне ҡулға алыуҙары һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булып өйрәнгән Сафуандың зитына тейә яҙып ҡалды ҡалыуын да: «Ярар, был уларҙың донъяһы», – тип ризаһыҙлығын тыйҙы.

Ул арала Сәмиғә ҡыйынһынғандай торған Сафуанға:

– Анау түмәләстә еләк тумарлап ята, ағай. Аҡтауҙың һыйынан ауыҙ итегеҙ, – тип ҡуйҙы. – Ейәнсәрегеҙгә күстәнәс тиһәгеҙ, бына, йәтеш кенә тырыз да бар.

Ниһайәт, сабынға төшөргә йыйындылар. Сафуан үҙенә оҙон һаплы, елле бер салғы эләктермәксе ине, әлеге лә баяғы, күрмәгәне юҡ Сәмиғә икенсе бер еңел генәһен тотторҙо:

– Ошоноһон алығыҙ, ағай, уныһының тотҡаһы уңайһыҙ.

Саба торған урын – һөҙәк кенә тау итәге. Теҙелешеп төшөп киттеләр. Сафуан да ҡалышманы.

Алдындағы сәскә келәменә хайран булып, бындай ҙа матурлыҡҡа ҡул күтәрергә ҡыймай ҡарап торҙо бер аҙ. Унан тәүәккәлләне. Өйрөлтөп һелтәп ебәреүгә хуш еҫле сәскә көлтәһе ҡаршылдап, аяҡ аҫтына түшәлде.

Салғының да сәс бәкеһе кеүек үткере эләккән, көс-ҡеүәт тә бар икән үҙендә. Инде артыҡ уйланып торманы, еңел генә өйрөлтә сабып алды ла китте. Тән бер белгән һөнәрҙе һис онотмай икән. Тол ҡалған әсәйгә быуыны ҡатмаҫ борон уҡ таяныс булып салғы тотҡан малай бит ул.

Тәүге бер-ике бакуй ҡыҫҡа булған икән. Тора-бара эштең уйын түгеллеге һиҙҙертә башланы йыл әйләнәһенә ҡәләмдән ауыр нәмә күтәрергә тура килмәгән Сафуанға. Йәштәр йылғыр:

– Ағай, үксәнде абайла, – тип уҙалар ҙа китәләр. Был бакуйы самаһыҙ оҙон, ахыры юҡ кеүек тойолдо Сафуанға. Маңлайынан шауҙырлап аҡҡан ҡара тир күҙен әсеттерә, шуны һыпырып алыу ҡайғыһы ла юҡ. Ҡолағы шаулап, күҙе тона башлаһа ла, бирешкәнен күрһәтмәҫкә тырышып ятыуы. Ә башында бер уй үрмәксе ауына эләккән себен кеүек тыбырсына: нисек тә осҡа барып сығырға, ошонда һөрлөгөп барып ҡапланмаҫҡа.

Ярай әле иң артта һөйрәлмәй. Унан бер нисә аҙымда Сәмиғә, һәлмәк кенә һелтәнеп, ҡыршылдығын сыға. Ҡабаланмай, тора-тора ла туҡтап салғыһын яный. Эйелеп еләк тә ҡабыштыра, буғай. Арттан беренсе булмағаны Сафуанға саҡ ҡына булһа ла көс өҫтәне. Ул да йәнтәслим ашыҡмай башланы. Дөрөп алып барған йәштәр ҙә, ана, күләгәгә ултырып, тәмәке көйрәтә, рәхмәт яуғырҙары.

Салғы үткерләү һылтауы менән аҙыраҡ хәл алырға ла була икән. Ә шулай ҙа арығас, сабыуының рәте китеңкерәне. Тәүҙә алын таҡыр итеп ҡыра тартһа, әле сапҡан ере малайҙарҙың үтмәҫ ҡайсы менән мөнтәлгән башы кеүек: унда ла, бында ла тырпайып ҡала. Үпкәһе үңәсенә тығылһа тығылды, Сафуан бакуйының осона барып сыҡты. Хатта ергә ҡапланмаҫҡа ла ихтыяр тапты, һыр бирмәгәненә һөйөндө. Ә Сәмиғә байтаҡ артта ҡалған. «Арыйҙыр ҙа инде».

Айранлы сәйгүндән тамаҡ сылатып, аңды-тоңдо абайларлыҡ хәл алғас, үткән юлына тағы бер ҡарағайны, ҡапыл бөтәһен дә аңланы ир аҫылы.

Сәмиғә таһылы юҡлыҡтан түгел, Сафуандың хәлен аңлап, уның сәмен аяғанға артта килә. Етмәһә, башта үҙ рәтен самаламай үтә киң һелтәнгән Сафуан, арығас, ҡоласын тарайта барған. Әле Сәмиғә бер үҙе ике кешелек араны өйрөлдөрөп ҡырырға мәжбүр. Хатта, ана, Сафуан артынан уның булдыҡһыҙлығына көлгәндәй үрә ҡатып ҡалған үләндәр ҙә ауған.

Бына ҡатын, бакуйҙың осона сығып еткәс, туҡтап маңлай тирен һөрттө лә күҙҙәре Сафуандың ҡарашы менән осрашты. Уның, ғәфү үтенгәндәй, тыйнаҡ ҡына йылмайыуынан түрәнең йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Көтмәгәндә күргән ярҙам өсөн рәхмәт инеме был? Ә тотанаҡлы йылмайыуы, аҡыллы ҡарашы, ни ғәжәп, уғата һөйкөмлө күренде. Сафуандың күптән инде бер кемдең дә күҙенә шул рәүешле ҡарағаны юҡ ине, ҡараһында емелдәгән һипкел кеүек таптарына тиклем абайланы.

Ул арала ҡаҙан эргәһенә саҡырып, тимер зыңҡылдаттылар.

Төшкө аштан һуң, ә ҡымыҙ ысынлап та быуынды ала икән – Сафуанды рәхәт кенә итеп йоҡо баҫты. Бармаҡ ҡыбырлатырлыҡ та хәле ҡалмауынан ләззәтләнеп – «нирвана» ти торғайны бындай нәмәнең рәтен белгән бер һөйәркәһе – ҡайын күләгәһендә ойоп китте. Йоҡо аралаш эргәһендә тырма теше рәтләгән ҡоҙаһының рәхәт ҡыштырлауын тойҙо.

Ҡатынының бөгөн нишләптер кешенән артта ҡалыуын, салғыһы үтмәҫкә юрап, үҙен ғәйепле һанаған Зәбихулла бөтә салғыларҙы ла тапарға булып киткән, зыңғылдауы әллә ниндәй ҡәҙерле хәтирәләргә һөйрәй. Йәштәр йылға буйында сырҡылдаша. Ҡолағына ҡатындарҙың мөңгөр-мөңгөр генә әңгәмәләшкәне салынды.

– Айсыуаҡтың ҡайтҡанын көтәбеҙ инде, – тине Сәмиғә балалары хаҡында һорашҡан Мәстүрәгә. – Бер көн телефондан һөйләшеп алдыҡ. Ҡалырға өгөтләйҙәр икән.

– Эргәмдә командирым баҫып тора. Нимә эшләйем икән, әсәй? – ти.

– Ағайың Чечнянан урап ҡайтҡансы тешләнеп йөрөп ауыҙымда тешем ҡалманы, һинән хат көтөп күҙем сыға яҙҙы, – тинем. – Диңгеҙ төбөнә төшөп китәләр ҙә, яртышар йыллап хаты килмәй. Үҙәккә генә үтте бит. Берәй эш табылыр, ҡайт, балам, тинем. Тыңланы, рәхмәт яуғыры.

– Улдарығыҙ үҙегеҙгә оҡшап уңған, аҡыллы, еңгә. Әрәм булмаҫтар, – тип йыуатты Мәстүрә.

– Хәҙер бына Айнур менән Илнур китергә тора инде. Үҙем барҙым хәрби комиссариатҡа. Айырһағыҙ, риза түгелмен, тигәйнем. «Юҡ, игеҙәктәрҙе айырмаҫҡа тигән закон бар», тип торалар. Икәү булғас, бик ҡыйынға төшмәҫ әле, тип йыуанған булабыҙ.

«Күпме ғәм, хәстәрлек бер башына». Сафуан табын артында ла Сәмиғәнең барыһын да ҡарап, йә теге, йә был ризыҡты ҡул һуҙымына шылдырып ултырғанын күҙ алдына килтерҙе.

«Ниңә бөтөн ил хәстәрен бер Сәмиғә йөкмәргә тейеш? Бына һеҙ эшкә ашмай, һалдаттан ҡасып ятҡан улдарығыҙға ҙур-ҙур коттедждар һалаһығыҙ. Нишләп Сәмиғә һеҙҙекеләр өсөн дә хеҙмәт итеп, Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан улдарына үңәсе өҙөлөрҙәй булып үҙе өй һалырға мәжбүр? Ҡайҙа ғәҙеллек? Сәмиғәнең дә был донъяла аҙыраҡ рәхәт күрергә хаҡы юҡмы ни?» Сафуан трибунаға йоҙроғо менән асырғанып һуҡҡайны, тирә-яҡ гөрһөлдәп китте. Ә залда ултырған ҡалын-ҡалын ирҙәр бер-береһенә ҡарашып:

– Кем ул Сәмиғә? Ҡайҙа ул Сәмиғә? – тип аптыраша. Бейек мөнбәр артына баҫып Сәмиғәнең мәнфәғәтен яҡларға йөрьәт итеүенән бигерәк был хәстәрҙең йәнә күңел талабына әүерелеүенә йөрәкһенгән Сафуандың сикәһен еүешләтеп күҙ йәштәре туҡтауһыҙ аға, имеш.

Уянып китһә, баш осондағы киҫәк кенә болоттан ямғыр яуа. Хатта күк күкрәп маташа. Ҡояш балҡып торғанда йәшен дөһөрләгәнгә ғәжәпһенеп, был донъяға яңы тыуғандай, ҡымшанмай ята бирҙе Сафуан. Эре тамсыларҙың йәйғорҙоң бөтөн төҫтәрендә йылҡылдап өйрөлә-өйрөлә төшөүе әллә ҡайҙан, бейектән үк күренә.

Сафуанға элек тә бында булғаны бар кеүек тойолдо. Бынау аҡ ҡайындың анау ботағындағы суҡ тәлгәштә тирбәлгән семәрле япраҡ уға таныш бит. Ул ошоларҙың барыһын да күргәйне, бына был ҡоштоң һандуғасҡа оҡшатып сутылдатып һайрағанын, күгәүендең жыуылдап осоп йөрөгәнен элек тә ишеткәйне. Ҡолағына салынған, күҙҙәренә ташланған, зиһене теркәп тә ҡуйған. Әммә элек ул был матурлыҡтан тышта ҡалған. Әле Сафуан, ни ғиллә менәндер, уларҙың бер өлөшөнә әйләнгән: анау үләндең йөнтәҫ япрағында дерелдәгән ынйыла, мөһабәт ағастарҙа, зәңгәр күктә мәғрур талпынып яй ғына осоп йөрөгән ыласында ул да бар. Ул – йыһанда, йыһан унда...

Уҙаман төшөм дауам итәме әллә тигәндәй, һаҡ ҡына ҡалҡынды, тирә-яғына күҙ һалды. Шул саҡ тормоштоң ҡабат үҙенә килеп ҡунғанын айырым-асыҡ тойҙо. Тотош йәшәйеш, ғаләм ҡабат килеп тулған да һулҡылдап ҡан тамырҙары буйлап тарала.

Бына инде бер һыуһын сабып өлгөргән бесәнселәр, салғыларын яурындарына һалып, еүеш үләнде яра-яра күтәренке кәйеф менән был яҡҡа ыңғайлай. Төш түгел, өн барыһы ла. Ул уяу, ә бал еҫе аңҡытҡан тылсым юғалманы. Ҡапыл Сафуан ошо матур донъяла Зәбихулла менән Сәмиғәләрҙең ихлас көлөүе яңғырап торһа, был мөғжизәнең бер ҡасан да юғалмаясағын аңланы.

 

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

Автор:
Читайте нас: