Дин әһеленә йәш ҡатын килә лә ике йыл элек уларға никах уҡыуын иҫләтә, хәҙер ташлашырға теләүен һөйләй. Сәбәбен һорашһа, иренең эштән һуң ҡайтыуы һәм шул арҡала көн һайын иреш-талаш сығыу тип аңлата. Дин әһеле, сәбәп шунда ғынамы тиеүенә, ҡатын: “эйе”, тип яуап бирә.
Имам айырылырһығыҙ, ти, тик бер шарт үтәргә ҡуша: “Ҡайт та икмәк бешер. Ләкин он, һыу һәм тоҙҙо күрше ҡатындарҙан алырһың. Миңә һөйләгәндәрҙе уларға ла әйтерһең”.
Ҡатын беренсе күршеһенә инә лә бер ижау һыу һорай. Тегеһе:
– Үҙегеҙҙең һыу бөттө мәллә, һеҙҙә лә ҡотоҡ бар ҙа инде, – тип ғәжәпләнә. – Бар ҙа ул. Имамға иремде ошаҡларға барып һәм айырылырға теләк белдергәйем, – тип аңлата.
– Һин минекен белһәң... – тип күрше ҡатын да иренең насарлыҡтарын теҙеп алып китә.
Артабан был ҡатын тоҙ һорарға икенсе күршеһенә килә.
– Бер ҡалаҡ ҡына ла тоҙоң ҡалманымы? – тип аптырай уныһы ла.
– Бар ҙа ул... Иман йортона барып, ирем менән айырыуҙарын һорағайным, – тип әйтә башлай.
– Ә минең ирҙе белһәң.., – ти ҙә, күршеһе лә иптәшенең аламалыҡтарын бәйән итергә тотона.
Кемгә генә бармаһын, бөтәһе лә ирҙәренә зарлана икән. Был йәш ҡатын тәмле ҙур икмәк бешерә лә иман йортона алып бара: – Рәхмәт һеҙгә. Ләкин мин кире уйланым, айырылышмайым. – Ниңә улай тиһең, ҡыҙым? – тип ҡыҙыҡһына имам. – Минең ир иң яҡшыһы икән дә! – тип яуаплай ҡатын.