Һораны ла, ул онотто.
Ә мин һаман уй эсендә,
Күҙ алдынан үткән ғүмер
Бер урала, бер сиселә.
Ҡайҙа булған нескә билем?
Миңә бәхет – һеҙ булыуы,
Күкрәгемә бала ҡыҫып,
Йөрәгемә йыр тулыуы.
Йыйырсыҡтар маңлайымда –
Ауыр уйҙар уйлағанға,
Күҙ осонда йыйылғаны-
Һеҙгә ҡарап йылмайғанға.
Һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулым –
Донъя көтәм ерҙе тырнап,
Шул ҡулдарҙа рәхәтләнеп
Йоҡлай инең мышнап-мышнап.
Сәс ағарған ҡайғыларҙан,
Аҙмы яра алған күңел!
Иҫем китмәй: сал сәстәрҙе
Буятыуы ҡыйын түгел.
Ҡайһы ерем һыҙлағанын
Бары үҙем генә беләм,
Ә йөрәгем элеккесә
Һеҙҙе һөйөп тибә гелән.
Кисер, ҡыҙым, йәш саҡтағы
Матурлыҡты һаҡламаным,
Аңлатһам да сәбәптәрен,
Мин үҙемде аҡламайым.
Минең өсөн мөһимерәк
Һеҙҙең барлыҡ, һеҙҙең һаулыҡ,
Матурлыҡ бит ваҡытлыса,
Һеҙҙең бәхет – минең байлыҡ!