"Бәйләнештә" соиаль селтәрендәге сәхифәһендә Фәрзәт Ҡаһарманов бына ни тип яҙа :
"Бөгөн эш бик ҡаты булды, сәғәттән артыҡ тауыҡтарҙы күҙәтеп торорға тура килде. Сөнки улар каннибализм менән мауыға башланы, йәғни үҙҙәренең йомортҡаһын ашай. Минең бурыс - насар ғәҙәт менән мауыҡҡан тауыҡты фашлау, енәйәт өҫтөндә тотоу.
Бер тауыҡ йомортҡа һалырға ултырҙы. Күпмелер ваҡыттан икенсе тауыҡ йәшник янына менеп, көтә башланы. Ултырған тауыҡ йомортҡа һалып, йәшниктән китеп тә өлгөрмәне, көтөп торғаны, йомортҡаны тишә суҡыны ла, уны, тишегенәндер инде, эләктереп аҫҡа атылды. Тик енәйәтсегә йомортҡаны ашарға насип булманы, торған урындан атылып, теге тауыҡты эләктереп тә алдым. Тауыҡты зинданға, йәғни һарайҙың бер бүлмәһенә бикләп ҡуйҙым. Ғәилә суды ҡарары менән каннибал тауыҡты, ябай итеп әйткәндә, һурпаға ебәрҙек.
Бының артынса ике тауыҡ йәшниккә мнеп ултырғас, күҙәтеүҙе дауам итергә булдым, бәлки, унан башҡа ла йомортҡа һытыусылар барҙыр. Күпмелер ваҡыттан икеһе лә, йомортҡа һалып, ҡытҡылдаша башланы. Видеола күренгән тауыҡ күршеһен суҡып, төшөрөп ебәрҙе. Үҙе уның йәшнигенә күсеп, үҙе йомортҡа һалған ояны суҡыған һымаҡ була башланы.
Был йомортҡаһын суҡыймы тип ҡараһам, йомортҡа бөтөн. Видеоға төшөреп, күҙәтеүҙе дауам итәм. Был бер оялағы үләнде суҡып ала ла үҙе ятҡанға һала.
Күпмелер күҙәтеп тороп ялҡҡас, йомортҡаһын алайым тиһәм, йомортҡа юҡ, ә тауыҡ торған ояла икәү ята. Йомортҡаны нисек итеп икенсе ояға шылдырғанын аңғармай ҙа ҡалғанмын. Әллә шул йомортҡаларҙы үлән менән ҡаплап, йәшерергә уйланымы... Ул тауыҡбаштың нимә уйлағанын кем генә белә инде".
Эйе, һарай-кәртәләге хайуандарҙың тормошо - үҙе бер әкәмәт. Күҙәтеүсән кеше хәйләкәр ҡош-ҡортто ла, мал-тыуарҙы ла ҡыҙыҡ эш өҫтөндә тамаша ҡыла ала. Әммә, күренеүенсә, ябай ғына тауыҡ та кешене ота ала икән.
Ә һеҙҙә ниндәй ҡыҙыҡтар бар? Ябай ғына күренештәрҙән дә тәм-йәм табып йәшәйек.