Беҙгә ҡыш ваҡытында вагон аҫтын, тәгәрмәстәрҙе ҡарҙан, боҙҙан таҙартыуҙы ҡушып ҡуйҙылар бит, башҡа бәлә итеп. Нисәлер көнгә уҡыуға ла йөрөттөләр. Мин ней, ял булһа, Өфөнән зым - зыя юҡҡа сыға ла ҡуя инем. Уҡымайым да, өйрәнеү ҙә кәрәкмәй тигән булып, Тупаҡҡа ҡайтҡан да киткән инем. Йоғинде, эшләгәс - эшләгәс, уныһын да эшләп ҡуяһың инде тип, ҡайҙа боҙҙо онтарға, ҡайҙа ҡарҙан таҙартырға әкен - сөкөн иттереп күрһәттеләр ҙә, әйҙә бар дуй Мәскәүгә тип рейсҡа сығарҙы ла ебәрҙеләр. Кандрыла, Ульяновскила, Рузаевкала, Рязань ҡалаһында төшөп вагон аҫтарын таҙаларға!
Лом тотоп алырһың да, проводницалар өҫтәп күрһәтер тигән инеләр, мин төшөп киттем Кандрыла. Хәҙер перрон яҡлап проводниктар китте туҡылдап, мин икенсе яҡтан төшөп киттем. Ҡулым эш белә, лом тотоп эшләгән бар! Мәке уйып та, һыйыр буғын да лом менән ырғыта һуҡҡан баш әле. Сатлама һыуыҡта боҙға бер һуғыуым етә, сәсрәп кенә тора боҙҙар, өлгөр генә! Колодкаларға эләктермәҫкә кәрәк, ул вагон аҫтындағы ғәләмәт, уйй, Аллаһ һаҡлаһын да ул икән. Белмәгән кешегә генә рәхәт икән. Индең дә поезға, туҡылдап киттең дә ултырҙың икән тей, әһә, булмаһа ярай ине. Ул вагон аҫтында мәмерйәң ары торһон икән дә ул. Боҙбармаҡтары әле әлхәм генә. Ул самауырҙың тәңгәлендә, туалет тиһеңме, ҡар һырығаны етмәгән, боҙланып ҡатып бөткән, әйтерһең дә ғүмере кеше ҡулы теймәгән.
Эшем ҡыҙҙы. Онтойым да боҙҙо ары китәм, ырғыта һуғам да, тағы китә бирәм. Етмәһә был яҡта ҡар ҡатламы бейек, оҙон аяҡлы кеше йөрөп үткән, шуның юлына ғына баҫып байтаҡ ерҙе таҙалап ташланым. Хәҙер теге колодканың йән яғын таҙалап бөтәһең дә, саҡ ҡына лом осо менән тәгәрмәстән айырып ҡарайһың, ҡуша йәбешеп торорға тейеш түгел, йәнәһе лә. Мин дә тегене тикшереп ҡарарға булдым, лом менән тейеп тә өлгөрҙөм, тәгәрмәс яйлап ҡына айырылыу ғына ла түгел, яйлап рельс буйлап шыуа башланы был хәҙер. Әттәгенәһе! Тыш - быш иттереп поезд ҡуҙғалып алды ла китте.
Шунда ғына башҡа барып етте! Бөттө баш, ятып ҡалдым бит поездан!!! Ҡарауыл да һөрәнләп булмай, китте поезд ғынам. Һуң ҡыҙҙарым да бар көскә ҡысҡыралар бит, тиҙерәк бууул, беҙ ҡуҙғалдыҡ, йүгер - йүгерә һал, Рәғиҙә, поезд тиҙлеген арттыра башламаҫ элек өлгөрөп ҡал! Йүгер имештәһәң, тубыҡтан ҡар, юлы ла юҡ. Нишләйһең инде, сатнама һыуыҡта бер ҡат кейем дә, ҡулда лом тотоп ятып ҡалып булмай! Минең эшем шул, поезда кәрәк мин. Башта мең төрлө уйҙар мыжғый, ватный салбар кейеп, ҡар кисеп остом поезға ултырам тип, әлдә бәхетемдән уныһы миңә ҡаршы килә, ҡыҙҙар ҙа, минең барған вагон да миңә яҡыная. Мин хәҙер бар донъямды оноттом! Миңә 58 йәш тә түгел, мин өс бала әсәһе, ике тапҡыр ҠӘЙНӘ лә, биш балаға өләсәй ҙә түгел, мин хәҙер утҡа баҫҡан бесәй хәлендәмен! Өс көнлөк донъя тибеҙ, был юл миңә бөтмәҫ тә, үтмәҫ тә һымаҡ ине! Ваҡыт үлсәүе юҡҡа сыҡты! Бына вагон, бына тамбурҙан штабной вагондың проводницаһы Айгөл, күҙҙәре! ҡурҡыу ҙа, үкенес тә, янау ҙа барыһы ла бар ул ҡарашта, иң мөһиме - ул күҙҙәр миңә ышана!. Мин аяҡты күтәреп баҫҡысҡа баҫып өлгөрҙөм, Ике ҡуллап поручнины эләктереп алдым да эскә ҡарай һикерҙемме, остоммо шунда, ней булһа ла тамбурҙа инем. Ағайҙарым мине хәтәр тәрбиәләгәндәр, бушҡа китмәне, бына ҡасан кәрәге тейҙе ул тип вагонға инеп киттем. Бер аҙ барғас лом иҫкә төштө бит, эхх әрәм генә итеп ташлап киттем микән, әле биш көн юлда йөрөргә, нишләргә инде, тип киттем ҡыҙҙарға. Улар көләләр, апай, ломды ташламаның, ҡуша тотоп йүгерҙең тиҙәр. Һөңгө тотоп йүгереп йөрөгән яугирҙар һымаҡ лом тотоп поезға ултырып кит инде! Хәҙер бик тә теләп кире поезға эшкә сығыр инем. Тик ошондай хәл килеп тыуа ҡалһа, яҡҡ, ҡуй сәле, минән булмай тиһәм, кем ышаныр икән.