-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Июль , 19:00

“Тыумаған баламдан донъя ҡыҙғаналар”

Икенсегә ауырға ҡалдым. Бишенсе ай китте инде. Район үҙәгенә барып иҫәпкә тороу менән был хаҡта бөтә туған-тыумасаға билдәле булды һәм башланды...

“Тыумаған баламдан донъя ҡыҙғаналар”
“Тыумаған баламдан донъя ҡыҙғаналар”

“Ирем менән ғаилә ҡороуыбыҙға 11 йыл, ун йәшлек улыбыҙ үҫә. Тормошобоҙ ныҡ матур, көйлө тип әйтеп булмай, әлбиттә. Ирем дуҫ-ише менән эсеп алһа, өйҙә янъял сығарырға ла күп һорамай. Әммә төрлөсә яйлап-майлап йәшәргә, түҙергә тырышам. Һәр хәлдә, эсеп алып, нимә һөйләгәнен ишетмәй, кемгә барып бәйләнергә белмәй йөрөһә лә, миңә һәм балама ҡул күтәрмәй. Нисек кенә булмаһын, уның һәм үҙемдең туғандарыма зарланып ултырғаным юҡ.

Икенсегә ауырға ҡалдым. Бишенсе ай китте инде. Район үҙәгенә барып иҫәпкә тороу менән был хаҡта бөтә туған-тыумасаға билдәле булды һәм башланды...
 
Бер көн ирем һуҡмыш ҡайтып ингәндә ҡәйнәм беҙҙә ине. Мин, әлбиттә, ҡаты ғына итеп әйтеп ташланым. Быны ишеткән ҡәйнәм: “Улымды ул тиклем яратмай әрләгәс, ниңә икенсегә бала табырға булдың?” – тип аптыратты. Ике апаһы ла шундайыраҡ хәбәр әйтеп ҡуйҙы. “Осон осҡа ялғап саҡ йәшәйһегеҙ, икенсе бала нимәгә ул һеҙгә? Ваҡытында абортҡа бармай...” – тип күңелемде ҡыйҙылар.

Быларына ғына түҙер инем, үткән ялда әсәйемә барғайным, ул да шул хәбәрҙе һөйләй: “Кейәүҙең холҡо ауыр, нимәгә тағы бала һеҙгә, шул берәүеңде үҫтерһәң, етмәйме?”
 
Һуң мин бит берәүҙән дә аҡса таптырып, ашарға һорап, “етешмәй йәшәйбеҙ” йәки “ирем насар” тип һөйләп ултырғаным юҡ. Ни эшләп минең тыумаған баламдан донъя ҡыҙғаналар икән? Бер гонаһһыҙ йән эйәһенең ни ғәйебе бар? Бер баланы көткәнде, икәүҙе аяҡҡа баҫтыра алмаҫ тиҙәрме икән? Улымдың да яңғыҙ булыуын теләмәйем.
 
Ауырлы саҡта ҡатын-ҡыҙҙың күңеле былай ҙа нескәрә, юҡ-барҙы ауыр ҡабул итеүсәнгә әйләнә. Ни эшләп яҡын кешеләрем шуны аңламай? Ә иремә килгәндә... Ул эсә, болара тип, мин яңғыҙ бала менән ҡалғым килмәй. Бәлки, ҡасан булһа ла ул да ипкә килер...”
 

(Сибай ҡалаһынан 30 йәшлек Нәзиләнең һөйләгәндәренән).
 
 
 
 
 
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Автор:
Читайте нас: