-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Июль , 17:00

"Тинлеккә төшкән көн"

Рәмиләнең күҙ алдында элекке Зинуя апайы баҫты. Ысынлап та, дәү кәүҙәле ине шул, донъя шулай бөгәлер инде үҙ ҡолон...

"Тинлеккә төшкән көн"
"Тинлеккә төшкән көн"

Тормош тигәнең хас та йә­шенмәк уйната ҡайһы саҡ: эҙлә­гәнеңде таба алмай аҙапланып, инде тамам төңөлөп бөткәс , үҙе үк юлыңа сығарып һала. Көт­мәй­һең, эҙләмәйһең. Үҙе күҙеңә төртөлә....Рәмилә, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, күҙ ҡарашы менән һәр осраған ҡарт-ҡороно күҙәтер булды. Башҡа һораныу­сылар тап булһа ла, теге үҙенә таныш тамғалы әбей генә күренмәне.Йәмле йәй үтеп, буйтым көҙгә табан атлағанда туғандар атай йортона йыйылып, әсәйенең йорт-ҡураһын ҡарашты­рып, аят ашына ауылдаштарын йыйырға тип һүҙ ҡуйышты. Йәй буйына буш ултырыуҙы белмәгән әсәләре үҫтергән бройлерҙарҙы һуйып, таҙалап, туңдыр­ғысҡа тығып, утындарын ярып, өйөп, теҙеп, сереп ҡыйшая башлаған бағана­ларын алмаштырып ҡыуандырҙылар.

Апайҙары ауыл ерендә торғас, ҡайҙа инде оҙаҡлап ултырыу уларға. Аят ашынан һуң мал-тыуарын уйлап, берәм-һәрәм ҡабаланышып ҡайтырға ашыҡтылар. Рәмиләгә ашығаһы түгел, малы ла юҡ, ҡайғыһы ла тигәндәй. Былай ҙа һирәк ҡайта бит, күргәндәй булайым тип, тағы ла бер-ике көнгә ауылда ҡалды.
Буш көйө аяҡ һалындырып ултырыу әллә нисек, соҡоп-сүпләп кер йыйып өйҙө шуға. Урамдағы ҙур ҡаҙанда һыу йылытты. Кер машинаһына тултырып, инде тоҡандырам ғына тигәндә, кемдер урам ҡапҡаһының тимер келәһен аса алмай дөбөрләтте. Ҡапҡа аҫтындағы ектән аҡ йөн ойоҡ менән кәлүш кенә күренә, тимәк, берәй әбей-һәбей.
Рәмилә йүгереп барып ҡап­ҡаны аса һалды. Унда әсәһенең әхирәте Сәмиғә инәй тора ине.
— Ҡыҙым, Рәмилә, һинме шул? Һауғынамы!
— Һаумы, инәй, эйе, был мин – Рәмилә. Әйҙә, инегеҙ! Әсәй өйҙә ул, үтегеҙ-үтегеҙ!
Бесәй шикелле йомшаҡ ҡына баҫып атлаған Сәмиғә әбей урам ҡапҡаһын үтеп, усаҡлыҡ эргәһендә тауҙай өйөлгән кергә ҡарап:
— Уй, балам, йыумай тор кереңде. Оло мәйет бар бит. Ярамаҫ, – тине.
Рәмилә кем үлгән тип һорап артынан эйәрһә лә, Сәмиғә инәһе әллә ишетмәне, әллә әйткеһе килмәне, өйгә инеп китте.
Электән яратты Рәмилә әбей­ҙәр һөйләшкәнен тыңларға. Был юлы ла йәһәтләп Сәмиғә инәһе артынан инеп, мейескә ышыҡ­ланды. Ишек асылға­нын ишетһәләр ҙә, мейес артына боҫҡанын һиҙмәнеләр, шикелле.
— Рауза килен, ней бит әле... Фатима ҡоҙағый мәрхүмәнең иң бәләкәс ҡыҙы бар ине бит, элек лавкала эшләй торғайны. Бына әле генә ишеттем, бисара үлеп ҡалған икән. Бөгөн бында апҡайталар, ти. Миңә Рафиҡ кейәү әйтте. Тәрбиәләнеләрме-юҡмы, билгеһеҙ, ти, эйе, билгеһеҙ, ти. Шуға һиңә килдем. Ололата беҙ бармаһаҡ, йәштәр хәҙер әллә ни ынтылып тормай бит йыуырға, – был Сәмиғә инәйҙең әсәһенә еткерәһе ҡабалан хәбәре ине.
Фатима ҡоҙағыйҙың кесе ҡыҙы, тинеме шул? Аһ! Зинуя апай була инде атыу!? И-ий...
Әсәйем дә телгә килде:
— Э-эй! Шулаймы ней? Әйтәм, кисәгеләре төшөм боларып бөттө, анау нух заманында үлгән Орҡояны күреп ятам төштә. Уянғас ҡурҡып киттем, и-ий, яҡын ғына инәләре ине бит. Фатима менән Орҡоя аталаш булдылар бит?! Йәшләй генә әрәм булған, Зинуяны әйтәм, анау атаһының донъя­һына талашып судлашҡас, башҡа ҡайтмағайны. Ҡайҙа торған икән?
— Әллә, ҡайҙа торғандыр инде, кем белһен. Зәкирәгә әпкиләләр инде, яҡшымы-яманмы, бер туған апаһы. Эҫе көндә оҙаҡ та тотмаҫтар, дөрөҫмөлөр-юҡмылыр, оҙағыраҡ ятҡан, ти бит, эргәһендә кешеһе булмаған. Күршеләре был ниндәй алама еҫ тип, астырып инеп, күреп ҡалған икән, – Сәмиғә инәйҙең һәр хәбәре күҙ алдыма кино таҫмаһы кеүек бер туҡтауһыҙ теҙелде генә.
— Ыста-а-а, шулай уҡмы ни? Бисара. Һуң ҡыҙы бар ине ләһәң?
— Ишетмәнеңме ни аны? Уныһы ни анау яман нәмәгә эләгеп киткән ти бит! Ыста­ғәфирулла, тфү-тфү, балаларға күрһәтмәһен! Аҡса таба алмай фатирын һатып, бер иҫке генә думдан бүлмә алып, шунда көн иткәндәр. Бахыр Зинуяның пинсияһын да кредитҡа алдан ашап бөткән булған, тиҙәр. Эй, кеше хәбәре был, Рауза килен. Үҙең күрмәгәс, нимә тиең инде?
— Шулай шул, сәғәт ундарға килеп етерҙәр ул атыу. Ҡуй, ултырмайыҡ йәйрәп ләпелдәп, әйҙә, тәһәрәтләнеп ул-был иткәнсе, ваҡыт тигәнең үтә лә китә. Мәйет көттөрөү ярамаҫ, – әбейҙәр ҡалҡынышып сығырға ынтылды.
Рәмилә мейес ҡорғаны артынан “йылп” итеп ҡыҫығыраҡ торған ишектән тышҡа атылып, соланда банкалар теҙеп йөрөгән булып ҡыланды. Тәһәрәт ҡом­ғанын тотҡан әсәһе сығышлай ғына туҡтап:
– Рәмилә, ҡуй, кереңде йыу­май тор. Бына Сәмиғә инәң әйтә, Зөлфиәнең әсәһе үлгән, ти бит. Бында апҡайтып ҡуялар икән. Гурыдта ер ҡиммәт, ти бит... – тине.
– Ҡайтмайым башҡа тип, туғандары менән яманлашып киткәйне бисара, үлеп кенә тейәлеп ҡайта инде мына... – Күңеле йомшаҡ әсәһенең һуңғы һүҙҙәре йыр кеүек көйлө генә булып ишетелде Рәмиләгә. Тупһанан сөкөрләшеп һөйләшеп төшкән ике әбейҙең телендә бөгөн тик Зинуя ине.
Сәмиғә менән Рауза әбей генә түгел, бар ауыл ғибрәт итеп һөйләне Зинуяның тормошон. Көплө “ГАЗель” Зәкирә апайҙар тапҡырына килеп туҡтағанын күргәс, Рәмилә лә, түрбаш тирәһендә булһа ла ярҙам итермен тип, шул яҡҡа атланы. Моргтан тура бында алып килгәндәр икән, тәрбиәләүгә тип урта ишекте ябып, бер-ике әбей мәйет янына үтте. Таба еҫе сығарып йәймә бешергәндәр аласыҡ тирәһендә сыуалды. Йәйге көн оҙон булһа ла, йәһәтләп ҡояш байығансы ерләп ҡалырға ашығып, ир-ат көрәк алып зыяратҡа йүнәлде.
Мәйетте оҙата килгәндәр ара­һында Зөлфиә юҡ ине. Рәмилә кемдән нимә тип класташын һорашырға белмәй аҙапланды. Таныш түгел бер ят ҡатын Зинуя апайының күршеһе булып сыҡты. Мәрхүмәнең йәнһеҙ тәнен тап итеүсе лә ул булған икән. Эскән, наркотиктар ҡулланған Зөлфиәнең урлыҡ өсөн күптән инде холоҡ төҙәтеү колонияһында булыуын әйтте ул. Ҡыҙын ҡотҡарыу өсөн бар көсөн һалған Зинуяның муйынынан тиерлек бурысҡа батып, хатта хәйерселеккә баҫыуын ишетеп, хайран ҡалды ауылдаштары. Рәмиләнең теге юлы осраған әбейҙең Зинуя апайы булыуына шиге ҡалманы. Түрбаш араһынан кемдер:
– Һуң, туғандары ярты ауыл, ярҙам һораһа ни булған икән? – тине.
Рәмиләнең танып етмәгән тағы бер ауылдашы телгә килде:
– Ни йөҙө менән ҡайтып һора­нып ултырһын? Былай ҙа талашып, судлашып, әллә ниндәй адвокаттар яллап, бер туған апайынан атай йортон һалдырып алды бит инде. Фәруҡ бабай – аталары, Зәкирә ҡыҙыма был донъя, тип теле менән үлерҙән алда үҙе әйтеп ятты. Кем белһен уны ҡағыҙға яҙып ҡалдырырға кәрәк икәнен? Зерә грамытный булды бит Зинуя, суҡынғыр! Биш балаһы менән Зәкирә апаһы урамда тороп ҡалғанда ла иҫе китмәне. Илдә сыпсыҡ үлмәй, тип дөрөҫ әйтәләр, Зәкирә лә, Рафиҡ та мөйөш таптылар, ана. Хәҙер Зинуя үҙе ята уның нигеҙенә ҡайтып. Кит инде, донъя шулай гел бер көйө бармай шул, – ағас ҡалаҡ менән йәймә өйрөлткән йәш ҡатын өй яғына ҡарап-ҡарап ҡуйҙы. Әллә Зинуя килеп сығып шул һүҙҙәре өсөн йәбешер тип ҡурҡтымы икән?
Әсәһе менән теге мәл телефон аша һөйләшкәнендә, Зинуяның маңлайында ат типкән эҙ бар, тигәненең дә осона сыҡты Рәмилә. Яман еңмеш, малайҙар кеүек биҙун ҡыҙ, һабантуйға өйрәтәм тип, ат һарайына инеп, шулай тибелеп сыҡҡан икән. Үлемесле тибелеү була яҙған, тик тере ҡалған.
Төш ауып, арыуыҡ ваҡыт үткәс, ҡәбер әҙерлеген белгертеп хәбәр килде. Йыйылған ауылдаштар тәһел әйтеүҙе тыңларға өйгә инде. Рәмилә лә улар артынан эйәрҙе. Иҙән уртаһына һуҙып һалынған кескәй генә кәүҙә ап-аҡ кәфенгә уралған. Барыһы ла шып-шым. Ҡулына тәсбих тотҡан, берәм-һәрәм ауыҙ эсенән ниҙер әйтеп, шул бөртөктәрҙе тартҡан әбейҙәр доға шауҡымына күҙҙәрен йомоп-йомоп ала...
Бер урам, бер йорт шығырым тулы әҙәм Зинуяны оҙатып, ҡапҡа тышында тороп ҡалды. Илаусы булдымы икән? Юҡ, күренмәне. Еңел генә итеп артмаҡҡа күтәргән ауылдаш ирҙәр һуңғы юлға илтте уны урам буйлатып.
Ауыр уфтанып ҡарап ҡалған ололар араһынан берәү:
– Ҡайһындай әзмәүерҙәй ҡатын ине, ышанырлыҡ та түгел ул икәненә. Бигерәк шиңеп, кесерәйеп ҡалған. Иманы юлдаш булһын инде, алды үҙенә, арты хәйерле булһын, – тип ҡуйҙы.
Рәмиләнең күҙ алдында элекке Зинуя апайы баҫты. Ысынлап та, дәү кәүҙәле ине шул, донъя шулай бөгәлер инде үҙ ҡолон...
Өсөн, етеһен бер ыңғайҙа уҡы­тып ҡуй­ҙылар. Зинуя апай­ҙың ире, колхоз тар­ҡала баш­лағас, арыуыҡ дәүләт мөлкәтен аукционға ҡуйып һатып, үҙ иҫәбенә күсергәнен, хатта биш ауылды хеҙмәт­ләндергән тир­мәндең ҡорамалдарын ҡайҙа­лыр тейәтеп ебәреүен ишетеп аптыраны Рәмилә. Була бит шундай һарау­һыҙ әҙәмдәр! Рәмилә бала саҡта атаһы­ның он тарттырырға барып ҡайтып, кемделер яттан яман итеп әрләгәнен иҫенә алды. Бына кем уларҙың тамағына таш булып тығылған икән! Ваҡ бала-сағалы кешеләргә он бит күп китә, ҡыш көнө тота һалып сығып китер техникаң булһа әле! Ат юҡ. Булһа ла, тик колхозда ғына. Һораһаң да, уныһын бирмәйҙәр, ә өйҙә ас балалар, һытыҡ йөҙлө ҡатын...
Бер ҙә йәлсеп китмәгән, хәләл көс, тир һеңгән дәүләт мөлкәте алға ебәрмәгән үҙен. Машина ҡыуып ҡайтып килгәнен­дә фажиғәгә тарып, арыуыҡ йән бирә алмай тырмалашып ятып үлеп киткән икән...
Рәмилә хәйергә таратылған тинлек­тәрҙе алып, бергилке шуларҙы усынан усына ҡойоп ҡарап ҡуйҙы. Көмөш тинлек­тәр... Кем ҡулынан кемгә генә күсмәйһегеҙ икән?!
Ҡайһы ерҙән, ҡайһы илдән өйрөлөп килмәйһегеҙҙер инде? Байы, туйып, һеҙҙе ергә һибеп тә киткәндер, ә хәлһеҙерәге – тинлеккә мохтажы – табып ҡыуанғандыр...
Ҡарт-ҡороноң шырыш ҡул­дары әйләндереп-тулғандырып, һанлы яғыңды танып уҡырға маташҡандыр, ә бер мәл бәләкәс бала ҡулдары һине устарына һыға йомоп, магазин ишеге асылғанын көтөп торғандыр...
Ҡулдан – ҡулға, йорттан йортҡа күсер, тик ер өҫтөндә генә кәрәк мөлкәт ул аҡса... Үлһәң, бер тинде лә алып китеп булмай икән, барыһы ла шаурап ята ла ҡала. Әжәлде аҡса менән алдаштырып булмай: байҙар ҙа илай, байҙар ҙа... үлә.
 

 Миңзәлә Сирғәлина

Автор:
Читайте нас: