Биография
Бер ғүмер тарихы
– Һеҙ нисәнсе йылғы?
- Ауылға тиклем асфальт түшәйбеҙ, – тип КПСС райкомының беренсе секретары Туҡбаев вәғәҙә иткән йылды тыуғанмын.
- Мәктәпте ҡасан тамамланығыҙ?
- Көҙгә тиклем ауылығыҙға саҡлы ҡырсынташ түшәйбеҙ, – тип район хакимиәте башлығы Һуҡбаев дөйөм йыйылышта белдергән йылды.
- Ҡасан диплом алдығыҙ?
- Ауылға саҡлы юл һалыу өсөн проект төҙөргә уйлайбыҙ, – тип район хакимиәте башлығы Суҡбаев әйткән йылды.
- Пенсияға ҡасан сыҡтығыҙ?
- Ауылға тиклем ҡырсынташ түшәү өсөн өй беренсә аҡса йыя башлаған йылды.
Кәкре Бөкриев.