Миңә музыканттың иҫтәлеген мәңгеләштереү үтенесе менән МХО-ла ҡатнашыусы мөрәжәғәт итте, илебеҙ граждандарынан да мөрәжәғәттәр килә, тип билдәләне сәйәсмән. 2022 йылда Рәсәй халҡының Юрий Шатуновҡа үлгәндән һуң «Рәсәйҙең халыҡ артисы» исемен биреү тураһында петиция иғлан иткәйне.
«Ласковый май» төркөмө солисы, Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән Юрий Шатунов 2022 йылдың 23 июнендә Мәскәүҙә ҡапыл мәрхүм булды. Уға 48 генә йәш ине. Йырсы саҡырыу буйынса килгән ашығыс ярҙам автомобилендә вафат булған. Уға инфаркт тигән диагноз ҡуйылған.
Фото: shatunov.com