Һалҡын тейҙереп ауырып киткәс ҡатыны, иренә лимон һатып алырға ҡуша:
Ир магазинда тырышып лимон һайларға керешә. Әммә улары йә күгәрә башлаған, йә кипкән, йә йомшаҡ. Ҡумталағы барлыҡ лимондарҙы берәм-һәрәм тотоп ҡарай, бер яҡшыһын тапмай. Шул мәл күҙ ҡыры менән эргәһендә торған ирҙе күрә. Ул да лимон һайлай. Эргәләге ҡумталағы лимондар матур, һап-һары, боҙолмаған.
“Ярай, һайлап алһын да, китһә мин дә шунан алырмын”, — тип уйлай. Әммә теге ир китергә ашыҡмай. Береһен алып ҡарай ҙа һала, ҡарай ҙа һала... Ахырҙа, ир түҙмәй, мыштырҙы әрләргә тип туп-тура уға әйләнә һәм көҙгөлә үҙенең сағылышын күрә...
КӨНСӨЛЛӨК ЗЫЯНДЫ ТИК КЕШЕНЕҢ ҮҘЕНӘ ГЕНӘ КИЛТЕРӘ. КӨНЛӘШКӘНДӘРҘЕҢ ЙӨҘҘӘРЕ ЛӘ МОҢҺОУ БИТ: УЛАР ҮҘҘӘРЕНЕҢ УҢЫШҺЫҘЛЫҒЫ ӨСӨН ГЕНӘ ТҮГЕЛ, Ә БАШҠАНЫҢ УҢЫШЫ ӨСӨН ДӘ ҠАЙҒЫРА. КӨНЛӘШМӘГЕҘ! ЮҒИҺӘ БӘХЕТҺЕҘЛЕГЕГЕҘҘЕ ҮҘ ҠУЛДАРЫҒЫҘ МЕНӘН ИКЕ ТАПҠЫР АРТТЫРЫРҺЫҒЫҘ!
Тәржемә.