-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Декабрь 2025, 09:37

«Янғантау»ың ары торһон!»

Аптырап ҡалмай был: тиҙ генә салбарының балағын күтәрә лә, ойоғон да сисеп тормай,  аяғын мискәгә тыға. Килеп инә теге иптәштәр. Бөтә өй эсе әсе, һаҫыҡ  еҫ менән тулған, берәү аяғын ҙур ғына бал һауытына тығып ултыра.

«Янғантау»ың ары торһон!»
«Янғантау»ың ары торһон!»

Бынан 10 – 15 йыл элек эскелеккә ҡаршы ҡаты көрәш башланғайны. Магазинда «зәм-зәм» һыуы булмағас, күп кеше әсе бал ҡоя торғайны. Саҙрый еҙнәй ҙә бер феләк бал әсетә. Әсеп еткәс, «дегустация» үткәреү маҡсатында бер ярты литрлыҡты күтәреүе була, – тәҙрәнән ҡыҙыл фуражкаларҙың өйгә инеп килеүен күреп ҡала. Ни эшләргә? Әгәр  әсегән балды күреп ҡалһалар, протокол төҙөйәсәктәр, мул ғына штраф сәпәйәсәктәр, етмәһә, район гәзитендә лә «маҡтаясаҡтар», тигән уй үтә уның башынан.

Аптырап ҡалмай был: тиҙ генә салбарының балағын күтәрә лә, ойоғон да сисеп тормай,  аяғын мискәгә тыға. Килеп инә теге иптәштәр. Бөтә өй эсе әсе, һаҫыҡ  еҫ менән тулған, берәү аяғын ҙур ғына бал һауытына тығып ултыра. Иҫерек һымаҡ та түгел, тик ауыҙы ғына ҡолағына еткән.

– Ни эшләп ултыраһың, ағай? – тип һорауҙарына Саҙрый еҙнәй:

– Бына, ҡустылар, аяҡ һыҙлап, тәҡәтте ҡорота бит, табиптар кәңәше буйынса дауаланып ултырам әле. Әсе бал һыҙлауҙы баҫа, аяҡта йыйылған һары һыуҙы ла һура, «Янғантау»ың ары торһон! – тип яуаплай.

Тегеләр нишләһен, үҙенең отҡорлоғо менән ҡотолдо бит был, тип көлөшөп сығып китәләр.

 

Фәрүәт ХИСМӘТУЛЛИН.

Бөрйән районы,

Яңы Монасип ауылы.

Автор:
Читайте нас