Бер танышым бар. Телефондан һөйләшһәк, уның менән кәм тигәндә бер сәғәт һөйләшәбеҙ ҙә ҡуябыҙ. Дөрөҫөрәге, ул һөйләй, мин тыңлайым...
Иртән тороп, кисен ятҡансы нимә эшләгәнен, нимә күргәнен һөйләй. Алдамай... Аштырмай... Шаштырмай... Нисек бар, шулай бәйән итә. Мин хәҙер уның тураһында бөтәһен дә беләм кеүек. Иртә тора ул. Торғас та, ошо иртәне тыныс ҡаршы алырға насип иткән Юғары көскә, ғүмер бүләк иткән әсә-атаһына, уның бар етешһеҙлектәрен белгән, ғәфү иткән, яратҡан икенсе яртыһына рәхәмәт әйтә. Ашыҡмай ғына аяғына баҫып, лимфатик төйөндәренә табан аяҡ-ҡулдарын һыпыра. Шулай итһәң, йәшлек матурлығың оҙаҡҡа һаҡлана, ти ул. Иртән мотлаҡ кофе эсә... Ҡиммәтле кофе... Матур сынаяҡтан. Яйлап... Ҡабаланмай... Тәменән, хуш еҫенән кинәнес алып...
Ғөмүмән, ул иртәнге ваҡытты тик үҙенә генә арнай. Саф һауала йөрөргә ярата. Йәйәү йөрөргә тырыша. Юл аша үткәреп ебәргән водителгә баш ҡағып рәхмәт әйтеп уҙа. Магазинда хеҙмәтләндергән кассирға ла йылы һүҙҙәрен йәлләмәй. Тротуарҙа ҡаршы килгән кешеләргә лә йылмая. Мохтаждарға һорамаһа ла ярҙам итә, улар әллә ҡайҙан күренеп тора, ти ул. Бәләкәй бала осраһа, берәй тәмлекәс биреп үтә. Урам бесәйҙәре өсөн дә сумкаһында һәр ваҡыт нимә булһа ла йөрөтә. Тирә-яҡҡа һоҡлана...
Иртәнге мәлдәрҙе үҙенә генә арнаһа, кисен яҡындары өсөн йәшәй. Тәмле итеп бешерә, ризыҡты затлы һауытҡа һала, ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйлай. Беҙҙең күбебеҙ кеүек ашап туйғас түгел, ә яҡын кешеләре өҫтәл артына ултырғас, ошо ризыҡты биргән Ғәләмдәр хужаһына рәхмәт әйтә...
Һөйләй-һөйләй... Әммә ауырыу булһа ла, яҙмышына, уны шундай хәлгә килтергән кешеләргә лә зарланмай. Ул шул тиклем тормошто ярата, һөйләшкән һайын унан үҙем өсөн күп нәмә алам. Бер үк нәмәләрҙе ҡат-ҡат һөйләһә лә, һәр ваҡыт үҙем өсөн асыш яһайым. Мин уның янында үҙемде бәләкәс кенә итеп тоям. Ҡайһы берҙә хатта үҙемде сүп итеп хис итәм. Ҡайһы берҙә тигәнем - үҙем теләмәгән кимәлгә төшкән ваҡытта. Тап ошондай мәлдә шылтырата ла ул. Бар танышлығыбыҙ, дуҫлығыбыҙ - ошо ике телефон араһы.
...Бер аҡыл эйәһе дуҫтарҙы дүрт төргә бүлгән: “Аҙыҡ һымаҡ, көн дә мохтаж булған дуҫтар була. Дарыу һымаҡтары ла бар, уны ҡыйын саҡта үҙең эҙләп алаһың. Ауырыу һымаҡтары һине үҙе таба. Һәм тағы ла һауа кеүектәре була. Улар күрер күҙгә бик күренмәй, әммә һәр ваҡыт һинең эргәңдә”, - тигән.
Мин был танышымды дүртенсе төргә индерәм. Ул миңә һауа кеүек: күренмәй, шулай ҙа һәр ваҡыт эргәмдә.
Лена АБДРАХМАНОВА.