-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Декабрь 2025, 09:17

Кәңәш бирҙем әле...

Күрше инәй, баш ауырта, тигәс, Мәләүезгә барып башыңа МРТ эшләт, тинем. Шундуҡ барып ҡайтты.

Кәңәш бирҙем әле...
Кәңәш бирҙем әле...

Төп башына ултыртҡан
Ауылда йәш күңелле Кәлей бабай барыһын да тишек кәмәгә ултыртып ебәрерлек холҡо менән дан алған. Уға үпкәләп тә булмай, сөнки алдашыуы яуыз түгел ине.
Бер ваҡыт ул беҙгә килеп: «Мунса яҡҡайныҡ, эҫеһе шул тиклем ныҡ, әрәм була, барып ҡына инегеҙ әле. Тик һыуыҡ һыуы әҙ, үҙегеҙ менән алығыҙ», – тине. Беҙ тиҙ генә йыйынып, ҡышҡы һыуыҡта күнәк тултырып һыуыҡ һыу менән мунса ишеген асып ебәрҙек. Тик... Аҙналап яғылмаған мунса түбәһендә боҙҙар эленеп тороуын күреп, көлөшә-көлөшә ҡайтырға сыҡтыҡ.
Бер мәл Ришат ағай уға ат башынан төшмәйенсә генә:
– Кәлей ағай! Һине бөтәһен дә алдайһың, тип ишеттем. Йә, мине алдай алаһыңмы? – тип аҫтыртын йылмайҙы.
– Ҡуй инде, ҡустым, оло кеше менән булышма! Хәҙер оло­ғай­ғанмын инде, күңел асырға ва­ҡытым юҡ. Әбейем йомош ҡуш­ты, күршеләргә йүгерәм, бурысҡа аҡса алып торорға ине. Кибеткә, ни­һайәт, сәй һауыт-һабаһы килтер­гәндәр, кеше алып бөтмәҫ элек өлгөрәйем! –  тип шәп-шәп атлап күршеләренә инеп китте.
Рәшит ағай атын бороп, ҡатынын ҡыуандырырға, тип кибет яғына саба. Килеп инеү менән тыны ҡурыла-ҡурыла һатыусыға:
– Миңә һауыттарҙың иң ҡим­мәтлеһенән бир әле, – тип өндәшә.
– Ришат ағай, беҙгә ярты йылдай ундай тауарҙың килгәне юҡ, ҡайҙан алып бирәйем икән?! – тигән яуап­ты ишеткәс кенә, Кәлей ағаһының ҡаҡ ағасҡа ултыртҡанын аңланы...

«МРТ башымды йүнәлтте»

Күрше инәй, баш ауырта, тигәс, Мәләүезгә барып башыңа МРТ эшләт, тинем. Шундуҡ барып ҡайтты. Бер аҙна үткәс, миңә: «Башыма һин әйткән МРТ-ны эшләткәс тә ауыртыуы бөттө, һиңә ҙур рәхмәт!» – тип күстәнәс тотоп килгән. Өндәшмәнем, көлмәнем. Ҡайһы саҡта кешенең тылсымға ышаныуы ла дауалай бит.

Инзилә ФАЗЫЛОВА.

Автор:
Читайте нас