-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
22 Июль 2022, 13:00

Тамуҡ эргәһендә

Бер ваҡыт дуҫым менән лифтта бикләнеп ҡалдыҡ. Лифтерҙы саҡырҙыҡ. Көтөгөҙ, ниндәйҙер техник проблема килеп тыуҙы, уны хәл итеү менән лифт эшләй башлаясаҡ, тинеләр.

Тамуҡ эргәһендә
Тамуҡ эргәһендә

Көтәбеҙ. Ваҡытты тиҙерәк үт­кәреү өсөн көләмәстәр һөйләгән булабыҙ. Көтмәгәндә дуҫымдың тартҡыһы килде. Тәмәкеһе бар-барлыҡҡа, ә бына шырпыһы өс кенә бөртөк. Беренсеһен һыҙыу менән һындырҙы. Икенсеһе ме­нән дә шул уҡ хәл ҡабатланды. Ҡапты үҙ ҡулыма алдым, ләкин шырпы мине лә “тыңламаны”. Шулай итеп, дуҫым бик теләһә лә төтөн һура алманы.
“Тотҡонлоҡтан” ҡотолғас, лифтты газ сыҡҡанлыҡтан туҡ­татып тороуҙарын әйттеләр.
Ә беҙ...

Б. ИЛДАРХАНОВ.

Фото:mirtesen.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: