+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
1 Август 2022, 12:00

Протез теш

Ҡайнаға менән бергә эшләйбеҙ. Мин гәзиттең мөхәррире, ул минең водитель. Ләкин, нисәмә йылдар бергә йәшәгән бейбисәмдең бер туған ағаһы булғас, руль артында күберәк үҙем булам. Ул минең уң яҡта ултырып йөрөй.

Протез теш
Протез теш

Әҙәм балаһы яҡшыға тиҙ өйрәнә бит, был да рәхәт тормошҡа сыҡты. Өҫтә аҡ күлдәк, муйында галстук. Үҙем таҡмай башлаған галстуктарҙы уға биргәйнем, хәҙер көн дә береһен тағып кинәнә.
Етмәһә, Ишембайҙан Күмертауға йөрөп эшләгәс, ҡайнаға менән бер фатирҙа йәшәйбеҙ.
Шулай бер көнө иртән эшкә ҡуҙғалдыҡ. Тышта шул тиклем саф аяҙ ҡышҡы иртә. Күктән көмөш ай нурҙары төнөн саҡ ҡына ер өҫтөн биҙәп киткән елбәҙәк ҡарҙарҙы наҙлай.
Минән алда атлаған ҡайнаға, подъезд алдына сығыу менән, ергә эйелде.
- Бәй, ҡара әле, кейәү, бына теш таптым, минеке микән әллә?
Был усын асып, миңә алынмалы протез теш һуҙҙы. Өҫкө яҡтың ун алты теше. Бер аҙ ҡулында әйләндереп - тулғандырып тештәргә ҡарап торғас, ҡайнаға тағы телгә килде.
- Кейәү, ҡара әле, минең тештәр урынында микән? - Ул ауыҙын ҙур итеп асып, миңә һонолдо.
Ҡайнағаның ауыҙы буш. Йәғни әле тап мин ҡараған мәлдә уның ауыҙ ҡыуышлығында тештәре күренмәй. Уның да тештәре шулай аҫлы - өҫлө алынмалы. Ләкин нисек инде тештәрҙең урамда ятыуы мөмкин?
- Нишләп тештәреңеңдең бында ятыуы ихтимал һуң? - тип, аптыраулы ҡарашымды ҡайнағаға йүнәлттем.
- Кисә һин йоҡлағас, подъезд алдына сығып тәмәке тартып торғайным. Шунда төшөп ҡалғандыр күрәһең, - тине ҡайнаға, әлеге тештәрҙе ҡулъяулығына төрөп, түш кеҫәһенә тыҡҡас. - Эшкә барғас йыуып кейеп алырмын әле.
- Аҫҡы яҡтағы тештәрең ҡайҙа һуң? - Мин йәнә ҡайнағаға төбәлдем.
- Улары өйҙә ята. Тотанағы булмағас, сисеп һалып ҡуйғайным.
Эшкә барып, оперативка үткәреп өлгөрмәнем, кабинетҡа ҡайнаға килеп керҙе.
- Тештәрҙе йыуып кейеп алдым әле, кейәү. Тик ниңәлер бер аҙ аңҡауҙы ҡыра. Урамда һыуыҡта ятып ҙурайған ахырыhы.
Бер аҙ ваҡыттан ҡайнаға йәнә күренде.
- Кейәү, былар, ысынлап та, ҙурайғандар шикелле. Әбиткә ҡайтҡас ҡоҙаға барып, саҡ ҡына игәтеп алырбыҙ әле, йәме.
Ҡоҙа тигәне беҙҙең яҡын ғына туған Радик абзый. Стоматолог ул. Күмертауҙа үҙенең шәхси теш кабинеты бар.
- Ярар, барырбыҙ, - тинем мин, ҡайнағаны тынысландырып.
Бер - ике сәғәт үттеме - юҡмы, тағы ҡайнаға күренде. Был юлы тештәрен ҡулына тотоп уҡ алған.
- Һыуыҡта был пластмасса тигән нәмә лә шешенә икән. Ҡара әле, кейәү, элек был тештәр ынйы бөртөктәре шикелле бәләкәй генә, йылмылдап ҡына торалар ине. Төнө буйы тышта ятып, ҙурайыңҡырап, һарғайып киткәндәр.
- Кеймәй тор һуң, төшкө ял ваҡытында Радик абзыйға барырбыҙ. Шылтыраттым мин уға, беҙҙе көтә.
- Рәхмәт, кейәү, тик ауырттырһа ла кейеп йөрөйөм инде мин уларҙы, ауыҙ өйрәнә торһон.
Ҡайнаға тештәрен ауыҙ ҡыуышлығына тығып, үҙ эше менән сығып китте.
Әбиткә өйгә ҡайттыҡ.
- Башта ашап алайыҡ, тешеңде игәп ҡуйғылағансы байтаҡ ваҡыт үтәсәк, асыҡтырыр ул, - тинем ҡайнағаға.
Төшкө аш ашағас, ҡайнаға саҡ ҡына ятып тормаҡсы булып, башын мендәргә терәгән һәғәте, ҡысҡырып ебәрҙе.
- Бәй, кейәү, минең тештәр бында булған да баһа!
- Нисек бында булған? - Ғәжәпләнеп ҡайнағаға баҡтым.
- Бына ҡара!
Ҡайнағаның усында ике өҫкө протез һәм йәнә бер аҫҡы протез ята ине.
- Әйтәм ауырттыра ул, уртты ҡанатып бөттө, - тигән булды ҡайнаға, иртән урамдан тапҡан протезын тегеләй ҙә былай ҙа әйләндергеләп.
Ярты көн кейеп йөрөгән тештәрен подъезд алдындағы эскәмйәгә һалып, эшкә ашыҡтыҡ.
- Хужаһы эҙләп килер, бәлки, - тигән булды ҡайнаға, үҙенең законный тештәрен ҡояшҡа йылҡылдатып.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.

Фото: litsait.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: