+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
20 Сентябрь 2022, 16:36

Эт типкеһендә

Өфөлә берәҙәк эттәр һаны йәнә арта.

Эт типкеһендә
Эт типкеһендә

Баш ҡала башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, тейешле аҡса бүленһә лә, махсус хеҙмәттәр берәҙәк эттәр менән тейешенсә көрәшмәй. 

Барлығы 4707 эт ауланған, Өфөлә генә был эш менән дүрт ойошма шөғөлләнә, әммә һөҙөмтәһе бик күренмәй, дүрт аяҡлы мәхлүктәр өйөрҙәре менән урам ҡыҙырып, халыҡтың ҡотон ала.

Белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙә барлығы 67 миллион самаһы эт һәм бесәй иҫәпләнә, бесәйҙәрҙең 3 миллиондан ашыуы, 740 мең самаһы эт берәҙәк хәлендә урамдарҙа, 140 меңе приюттарҙа йәшәй. 

 

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: