+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
20 Сентябрь 2022, 11:29

Кейәү подряд китте

Ғафури районындағы ҙур ауылда йәшәгән егет менән ҡыҙ байтаҡ дуҫлашып йөрөйҙәр.

Кейәү подряд китте
Кейәү подряд китте

Әммә нишләптер аралары боҙола. Бер аҙҙан егет ошо ҡыҙҙың һеңлеһе менән эҫенешеп китә. Йәштәр өйләнә, бер кис ата-әсәләренең йортона ҡунаҡҡа киләләр.

Мунса инеп, оҙаҡ ҡына табын ҡороп ултырғас, йоҡларға яталар. Төн уртаһында кейәү кеше йомош менән урамға сығып әйләнә. Кире өйгә кергәс, яңылышыпмы, әллә белә күрәме, кәләше янына түгел, уның апаһы ятҡан бүлмәгә инеп китә. Был хәлде күреп ятҡан ҡайныһы әбейен уята икән:

- Тора һал, кейәү подряд китте!

Был хәлгә оҙаҡ йылдар үтһә лә, лаҡап ауылда һаман да бик популяр. 

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: