-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
21 Сентябрь 2022, 11:21

Әхмәр ағай көсләй бит!

Совет осоронан ҡалған лаҡапты ауылда һаман онотмайҙар

Әхмәр ағай көсләй бит!
Әхмәр ағай көсләй бит!

Коммунистар партияһына инеү заманында мәртәбә һаналды. Тик бар кеше өсөн дә түгел, әлбиттә. Алдынғы комбайнер Әсләмдең һис тә партияға ингеһе килмәй. Парторг Әхмәр ағай быны өгөтләп райкомға алып килә.

- Ни өсөн партия сафына баҫырға ниәтләнең? - тип һорайҙар хеҙмәт алдынғыһынан ҙур түрәләр.

Аптырашта ҡалған алдынғы комбайнер елкәһен тырнап ҡуя:

- Уйымда ла юҡ ине, Әхмәр ағай көсләй бит! 

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: