+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
21 Октябрь 2022, 10:36

Ә һин… төшөп ҡал

Район газетаһына урынлашты эшкә Шағир, аҙна һайын тиерлек тегегә-быға ултырып, ауылына ҡайтҡылай. Уҙған аҙнала яндаулы матайҙа елдергәйне, әмәлгә таянғандай, был юлы ла шул тап булды хужаһы ла поселокка ҡырҙан йөрөп эшләй икән.

Ә һин… төшөп ҡал
Ә һин… төшөп ҡал
Юл тигеҙ, көн арыу, ара-тирә гәпләшеп киләләр.
- Кисә «районка»ла бер егеттең - исеме әллә кем тенә - шиғырҙарын уҡығайным. Шәп яҙа, - тине ир һәм өҫтәп ҡуйҙы. - Мал сығырҙай. Нисек әле: «Көҙҙәрҙең дә була, яҙҙы хәтерләтеп, күңел осондорор йәмдәре…» Шулай шикелле. Һин уҡыныңмы?
Егеткә үҙенең шиғырын ят кеше ауыҙынан ишетеү ҡыҙыҡ тойолдо. Шаяртмаҡсы була хәйләле генә:
- Уҡыным. Тик оҡшаманы. Пүстәк шиғырҙар, - тимәһенме.
Бара биргәс, мотоцикл күтәрелгән юл ситенәрәк һалыулап туҡтаны, мәгәр моторы һүнмәне.
- Ә һин, ҡустым, үҙең пүстәк. Ундай әҙәмде тейәп йөрөмәһәм дә бәхил. Төшөп ҡал.
Шағир бағана ише һерәйеп ҡалды. Тартай теленән таба, тигәндәре ошолор инде.
 
Сабир Шәрипов
Автор:
Читайте нас: