+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
24 Октябрь 2022, 13:27

БЕСӘНДЕ КЕМ УРЛАҒАН?

Беҙҙең ауылда Усманов Мансур бабай йәшәгән. Ул колхозда счетовод булып эшләгән. Яҙғылыҡ бының лапаҫ башында ике һәнәктәй бесәне ҡалған, башҡаларҙыҡы булмаған.

БЕСӘНДЕ КЕМ УРЛАҒАН?
БЕСӘНДЕ КЕМ УРЛАҒАН?

Был әүәлерәк булған хәл. Беҙҙең ауылда Усманов Мансур бабай йәшәгән. Ул колхозда счетовод булып эшләгән. Яҙғылыҡ бының лапаҫ башында ике һәнәктәй бесәне ҡалған, башҡаларҙыҡы булмаған. Бирғәле апа шаян булған. Ул Мансур бабайҙың бесәнен икенсе кешенең мал ояһы башына күсереп һалған. Иртәнсәк Мансур бабай малына бесән һала сыҡһа, бесән юҡ, ти. Теге шутник бабай күсергәндә бесәндәре төшөп ҡалып барған икән. Шул эҙҙән юллап барып табып алған бесәнен. Мансур бабайҙы бер мәл Байғаҙыға шитауат итеп ебәргәндәр. Ул мәлдә Байғаҙы, Ҡыпсаҡ, Яуымбай, Мәһәҙей ауылдары бер колхоз булған. Байғаҙыға барғас, был бер ҡатын алған. Уның исеме Фәхирә, бындағы ҡатыны Көлмөһөр булған. Көлмөһөрө утапшы, Фәхирәһе күбәләк, тип таҡмаҡ сығарғандар.

Автор:
Читайте нас: