+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
27 Октябрь 2022, 16:55

"Һаҫыҡ күл" түгел!

Ғафури районында исеме сәйерерәк яңғыраған ауыл бар.

"Һаҫыҡ күл" түгел!
"Һаҫыҡ күл" түгел!

Балалар өсөн юмористик шиғырҙар яҙыу оҫтаһы Рәшит Заһиҙуллиндың тыуған ауылында ығы-зығы ҡуба: алтаҡтала Саскүл ауылының исемен “Һаҫыҡ күл” тип яҙып ҡуйғандар икән. Тарих уҡытыусыһы быға ҡырҡа ҡаршы төшә:

– Беҙҙең ауыл Иҙел йылғаһының иҫке үҙәнендә урынлашҡан, шуға йыш ҡына яҙғы ташҡын ваҡытында ауылды һәм яландарҙы һыу баҫа, һөҙөмтәлә һаҙлыҡ барлыҡҡа килә. Шуға бәйләп ата-бабабыҙ ауылға “Һаҙ күле” тип исем биргән.

– Эйе, – тип хуплай күптәр, – “Һаҫыҡ күл” тип, ауылыбыҙҙы хурламайыҡ!

Шулай шаулашҡан ваҡытта Стәрлетамаҡта йәшәгән шағир Рәшит Заһиҙуллин ҡайтып төшә. Унан үҙ фекерен әйтеүҙе һорайҙар. Әҙип оҙаҡ уйлап тормай:

– Ә һеҙ ауылды “Һаҙ күле” тип тә, “Һаҫыҡ күл” тип тә түгел, ә “Рәшит Заһиҙи күле” тип кенә йөрөтөгөҙ!

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: