+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
2 Ноябрь 2022, 11:05

Был әҙ түгел...

Хөкүмәт газға, электр энергияһына, һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүгә тарифтарҙы индексациялауҙы 2023 йылдың 1 июленән 2022 йылдың 1 декабренә күсерә.

Был әҙ түгел...
Был әҙ түгел...

Унан һуң инде тарифтарҙы йыл ярымдан ашыу индексацияламаясаҡтар. Йәғни хаҡтар 2024 йылға тиклем күтәрелмәйәсәк – киләһе индексация 2024 йылдың 1 июлендә була. Сроктарҙы күсереү бөтә ил буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ инфраструктураһының өҙлөкһөҙ эшен һәм үҫешен тәьмин итеү, халыҡҡа сифатлы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙе һаҡлау кәрәклеге менән бәйле. Тарифтарҙы индексациялау йылылыҡ трассаларын, һыу үткәргестәрҙе һәм башҡа объекттарҙы яңыртыу өсөн мөһим. Хаҡтың үҙгәреүе һалҡын һәм эҫе һыуға, электр энергияһына, йылылыҡҡа, газға һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн түләүгә ҡағыла. Туғыҙ проценттан да ашыу арттырмаясаҡтар. Шулай ҙа, уртаса алғанда, өс кешенән торған ғаиләгә айлыҡ түләүҙең 324 һумға артыуы ихтимал. Был әҙ түгел.

Фото: dzen.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: