-14 °С
Ҡар
Фотоларҙың тәүгеһендә – һалдат Рәшит Шәкүров. Баҡһаң, ул армияла сағында уҡ яратҡан матбуғат баҫмаларын алдырып уҡыған. Икенсе фотола – 60 йылға яҡын ваҡыт үткәс!
Йылдар, дәүерҙәр алышына, бары тик матбуғатҡа һөйөү генә элеккесә ҡала. Рәшит ағай менән “Һәнәк”те лә ихлас дуҫлыҡ ептәре бәйләй.
Әйткәндәй, һеҙ киләһе йылға журналға яҙылдығыҙмы әле? Иҫ киткес шәп юморескалар, көлкөлө һүрәттәр, иң һуңғы көләмәстәр тупланған баҫманы алдырырға онотмағыҙ – йыл буйы кәйефле генә ғүмер итерһегеҙ!