+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
9 Ноябрь 2022, 11:44

Салауат һәйкәлендә кемдәр йөрөй?

Милли батырыбыҙ һәйкәленең торошон билдәләү эштәре башланды.

Салауат һәйкәлендә кемдәр йөрөй?
Салауат һәйкәлендә кемдәр йөрөй?

Мәскәүҙән килгән абруйлы белгестәр Салауат Юлаев һәйкәленең торошон ентекләп тикшерә, уны ремонтлау эштәренең күләмен баһалай. 1967 йылда ҡуйылған һәйкәлгә етди реконструкция талап ителеүе бер кемгә лә сер түгел. Тик уны урынында уҡ атҡарырҙармы, әллә урынынан алырға тура килерме - быныһы әлеге тикшереү-проект эштәре тамамланғас ҡына билдәле буласаҡ. Ауырлығы 40 тонна тарҡан һәйкәлдең нигеҙен дә нығытырға кәрәк булыуы ихтимал, ти белгестәр.

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: