+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
25 Ноябрь 2022, 11:00

Бәхеткә сыҙай алмағас

Дамир МОРТАЗИН Мәҙинә күптән кейәүгә сығырға уйлап йөрөй ине, ләкин ниңәлер һаман яйы сыҡманы. Тәүҙә институтты тамамланы, унан һуң, түләүле курстарға йөрөп, үҙенең тән-фигура, килеш-килбәт етешһеҙлектәренән арынды, шуға өҫтәп, социаль селтәр менән буталып йөрөнө.

Бәхеткә сыҙай алмағас
Бәхеткә сыҙай алмағас

Ара-тирә төнгө клубтар, шау-шыулы осрашыуҙар, ҡыҙыҡлы кешеләр араһында буталыуҙар... Тормош гөрләне, сәскә атты, әйтерһең дә бар донъя байрам ғына!

Ниһайәт, ирендәренә һәм күкрәгенә пластик операциялар яһатҡас, ул ғаилә ҡорорға ниәт ҡылды. Ире былай хайран һәйбәт кеше һымаҡ үҙе – эсмәй, тартмай, муйын арттары ҡырылған, шәрә аяғында туфли, йәғни модный... Исеме лә шәп – Макс.

Шулайтып тормош башланы былар. Бер көн йәшәнеләр, ике көн, бер аҙна. Көндәрҙең береһендә Макс Мәҙинәнән аш бешереүен һораны.

– Аш ашайһым килә! Туйҙырҙы был фаст-фудтар...

Мәҙинә ҡабынып китте:

– Мин һиңә плитә янында аш бешереп торор өсөн кейәүгә сыҡтыммы? Йәшлегемде, матурлығымды әрәм итеп!..

Ишекте шапылдатып япты ла серҙәше Ләлә янына китте. Ул әхирәтен аҡылы өсөн хөрмәт итә. Әле уның төркөмөндәге яҙылыусылары ла 10 кешегә артыҡ.

– Ҡарале һин уны! Ниндәй оятһыҙлыҡ! – тип сығырынан сыҡты Ләләһе. – Ҡатын елкәһенә ултырырға икән иҫәбе!

Бына минең ир өйҙә барыһын да үҙе эшләй ине. Нәмә ҡуштым, шуны үтәне...

– Ә ниңә айырылдың һуң?

– Эйй, был ирҙәр бөтөнләй бәйҙән ысҡындылар! – тип, серҙәше асыуын ҡабартты. – Улар бит беҙҙең көнө буйы эшләп арығаныбыҙҙы ла аңламай. Шопинг, фитнес, солярий... Бер эпиляция эшләтеү генә ни тора!

– Шулай шул... – тип ҡеүәтләне улы Мәҙинә.

– Ир булып әллә кем булған! Миңә хәҙер гүргә ингәнсе уға аш бешерергәме? Башҡалар ана джиптарында Куршевелдарҙа оса, ә был үҙенә ризыҡ әҙерләп ашай алмай!

– Әйтмә... – тип Мәҙинә мисәт һуғып ҡуйҙы уның һүҙҙәренә.

– Оҡшамай икән, юлдарына – ай йәймә! Башҡалар бөтмәгән әле!

– Бына был һүҙең менән мин килешмәйем, – тине кинәт Мәҙинә. – Һуңғы тренингта коуч нимә тип әйтте беҙҙең “ирҙәрҙең йөрәген нисек яулап алыу тураһында”ғы ҡыҙыҡһыныубыҙға... – Статистика буйынса – фәндә һаналған... Ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда күпкә әҙерак. Тимәк, улар – һайлап алыусы. Күҙ алдыңа килтер, араларынан бер сибәркәйе табылыр ҙа аш та бешерер, магазинға ла йүгерер, балалар ҙа табыр. Берәүҙең дә яңғыҙ кәкүк кеүек күкелдәп ултырғыһы килмәйҙер әле. Шулай итеп, минең Макс та тү-түт...

Мәҙинәнең әйткәненән Ләлә, ҡаштарын йыйырып, уйға ҡалды...

Бер ай самаһы Мәҙинә әсәләрендә йәшәне. Макстың шылтыратыуҙарына һәм телефонына хәбәр ебәреүҙәренә  ла яуап бирмәне. Ләкин күңеленә ҡорт эйәләште: ул унда бер үҙе генә нисек йәшәй икән, ҡоро-һары ашап үлмәнеме икән? Бер кисте “ҡыҙыҡһынып” ҡына өйҙәренә кереп сығырға булды. Үҙенең асҡысы менән ишеген асты ла тыныс ҡына эскә атланы. Танауҙы ҡытыҡлап, аш бүлмәһенән тәмле еҫ бөркөлә.

– Макс, йәнем, бына һинең яратҡан һалмалы ашың да бешеп өлгөрҙө! – тигән яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде.

Мәҙинә кухняға йүнәлде. Уның ҡаршыһында ҡулына аш сүмесе тотҡан серҙәше Ләлә пәйҙә булды...

Фото: https://intertat.tatar/news/baxetka-cydyi-almau-damir-mortazin-5855391

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: