+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
2 Декабрь 2022, 18:30

Үгеҙ Мәхмүт

Рәүеф ХӘКИМОВ (Юмореска)Ҡайһы кеше үҙенең ғүмерлек ҡушаматын, йәғни, халыҡ биргән “икенсе исемен” һис уй­ламағанда таба. Һәм ниндәйерәген әле – иң көслө кер порошогы менән дә йыуып бөтөрөп булмай торғанын, шундуҡ шатырҙап йәбеш­кәнен! Ғәҙәттә, ҙур ауылда ҡушаматһыҙ кеше юҡ тиерлек.

Үгеҙ Мәхмүт
Үгеҙ Мәхмүт

Тик һәр кемдеке лә үҙенә килешеп, бик яғылып бармай. Шәп ҡушаматты уны, кем әйтмешләй, яулап алырға кәрәк, йә булмаһа, “юллап”. Бына беҙҙең Мәхмүт шикелле. Әйтәйек, Мәхмүт быға хәтле лә лаҡапһыҙ йөрөмәне. Уны бер уҡымышлыраҡ ауыл апаһына эйәреп, «Йәйәүле Мәхмүт» тип йөрөтәләр ине. Күрәһең, Мостай Кәримдең шул исемле әҫәренән сығыптыр инде. Әммә был «әҙәби ҡушамат» ғүмергә ҡулына китап тотмаған сәрхүшкә бик үк йоҡманы. Ә, бәлки, «уға тигәне» алда торғанға шулай бик йәбешмәгәндер.
Иллә «үҙенә тейешлеһен» Мәхмүт үҙе юллап тапты. Ни тиһәң дә, аяҡтарына тел тейҙерерлек түгел уның – ғүмер буйы ауыл көтөүен көткән кеше. Тауҙан-тауға, сыбыртҡы һөйрәп, теләһә кем сабалмай. Уның бар көсө аяҡтарында һәм телендә, тип халыҡ юҡтан ғына әйтмәгәндер. Ә Мәхмүтебеҙҙең «телен» хатта мәхлүк малҡайҙар ҙа бик яҡшы аңлай. Сөнки уның ҡатлы-ҡатлы һүгенгән һүҙҙәренә тиреңде ярырлыҡ итеп шартлаған сыбыртҡыһы ла “көс бирә”. Шуға күрә йыуаш һөтлөбикәләрҙе генә түгел, иң уҫал үгеҙҙәрҙе лә ҡурҡыта уның теле!
Шулай ҙа һуңғы ҡушаматы үгеҙ ҡойроғон борған көтөүсе булыуы менән бәйле түгел. Уныһы – айырым тарих. Берҙән-бер көндө Йәмил ағайҙарҙың нәҫел үгеҙе силос соҡорона төшөп бата. Нисек кенә ҡурҡытып, нисек кенә һөйрәп ҡарамайҙар – ярты тонналы малҡай урынынан да ҡуҙғалмай. Аптырағас, тракторға тағып сығармаҡсы булалар. Тик бауҙары шартлап өҙөлөп китә. Шуға был ысулдан да баш тартырға тура килә – бар ауыл ҡарап торған нәҫел үгеҙен тимер трос менән тарт­тырмаҫһың бит инде. Кис етә, ҡараңғы төшә башлай. Үгеҙ сығарып мәж килгән халыҡ та ныҡ арый:
– Ярар, йәмәғәт, малды ла яфалап бөтөрҙөк, үҙебеҙ ҙә арыныҡ – бөгөнгә ҡалдырып торайыҡ, ә иртәгә иртән берәй нәмә уйлап табырбыҙ! – тип, тамам хәлдән тайған үгеҙҙе соҡорҙа ҡал­дырып, өйҙәренә таралышалар.
... Ул арала көтөүҙән ҡайтҡан Мәхмүт, ғәҙәт­тәгесә, ярты төн еткәс, бер шешәләшенән лаяҡыл иҫерек килеш ҡайтырға сыға. Өйөнә ҡайтып етәлмәһә, ерҙә өшөп ятмаһын, типтерме, тегеһе Мәхмүткә үҙенең мең ямаулы иҫке тунын кейҙереп ебәрә. Әмәлгә ҡалғандай, Мәхмүт, «маршрутын» бутап, ферма янындағы әлеге лә баяғы шул силос соҡорона барып төшә һәм... күптән арып татлы йоҡоға талған меҫкен үгеҙ өҫтөнә тура килә. “Үҙ урынында” ятмаған «тәртипһеҙ» малды күргән көтөүсе нишләгән, тиһегеҙме? Билдәле инде, барлыҡ һүҙ запасын бергә ҡушып, ҡалалағы күп ҡатлы өйҙән дә бейегерәк итеп һүгенеп ебәрә һәм соҡорға нисек килеп төшһә шулай йоҡлап та китә...
Ә иртән халыҡ үгеҙҙе сығарыу ниәте менән ҡәһәрле соҡорға йыйыла һәм... кисә меҫкен мал­ҡай ятып ҡалған урында шайтан үҙе ҡурҡып ҡасырлыҡ тунға төрөнгән иҫерек Мәхмүттең ғырылдап йоҡлап ятыуын күрә. Кистән трактор ҙа тартып ала алмаған үгеҙ кинәт өҫтөнә килеп төшкән иҫерек көтөүсенән һәм уның “яҡшы таныш” һүгенеү һүҙҙәренән ҡото осоп, соҡорҙан нисек һикереп сыҡҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡала, күрәһең! Шулай итеп, Мәхмүтебеҙ бығаса үҙенә бик үк йәбешеп етмәгән «әҙәби ҡушаматынан» ҡолаҡ ҡаға һәм, ете быуынға етерлек лаҡап алып, “Үгеҙ Мәхмүт”кә әйләнә лә ҡуя.

Автор:
Читайте нас: