Ни эшләптер хеҙмәттәштәрен күрә алмай башланы. Һантыйыраҡ Ғариповты ғына ал. Мейене серетә. Имеш, кешегә «ултыр» тиергә ярамай, «ултырғыстан урын ал» тиергә кәрәк.
«Кешенең төрмәгә ултырыуы бар, – ти Ғарипов. – Төрмәнең иң насарына эләгеүе бар. Унан, кешене ултыртырға һин судьямы ни? Бәлки, ул кеше бер енәйәт тә эшләмәгәндер. Ә һин уға «ултыр» тиһең. Миһырбанһыҙлыҡ бит был. Ултырғыстан урын ал, тиергә кәрәк”.
Туңбаш Ғәлимов та үҙе белгән берҙән-бер үткер һүҙе менән һарыуҙы ҡайната. Имеш, кешеләр өс төргә бүленә икән. Насар кеше ябыҡ була, уртаса көрлөктәге кешеләрҙе бер яҡҡа ла ауҙарып булмай, ә һимеҙҙәр – иң яҡшылары. Ғәлимов ошо һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай һәм шунан һуң ҡысҡырып көлә башлай.
Йомшаҡ Заира иһә көн һайын Сәхипгәрәев янына килә лә: «Прическам һиңә оҡшаймы?» – тип ауыҙын йыра...
Аллаға шөкөр, көтөп алған отпуск ваҡыты етте. Сәхипгәрәев ауылға ҡайтып китте. Икенсе көндөң иртәһендә үк ул ҡармаҡ тотоп күл буйына йүнәлде.
Тәбиғәт мөғжизә менән тулы. Ҡояш сығыуы үҙе бер байрам икән! Иренмәҫкә, ваҡытында йоҡонан торорға ғына кәрәк!..
Ауылда тормош түгел, ожмах икән дәһә.
Көн артынан көн үтте. Егерме беренсе көндө Сәхипгәрәевтең күл буйына төшкөһө килмәне. Хеҙмәттәштәрен һағына башланы ул.
Отпускыһы һаман бөтмәүе эсен бошорҙо. Ул, ауыр һулай-һулай, йөҙәтеп бөткән күл буйына тағы ла төшөп китте. Тағы ла алабуғалар тотто. Ләкин һурпа өсөн түгел, балыҡ һурпаһына әйләнеп тә ҡарағыһы килмәй ине. Ҡалалағы кафеға барып, итле аш, шницель ашағыһы, һыра эскеһе килде уның. “Ҡасан отпускым бөтә инде?” – тип өҙгөләнде Сәхипгәрәев.
Ләкин бөтәһе лә үтә. Ниһайәт, ул – эш бүлмәһендә. Бөтәһе лә шат, ул да шат. Тау саҡлы яңылыҡтар йыйылған. Хеҙмәттәштәренең бер үк нәмәне сәйнәп, теңкәгә тейеүҙәре лә танһыҡ ине уға. Ә йомшаҡ Заира: «Ну, нисек, прическам һиңә оҡшаймы?» – тип һорағас, Сәхипгәрәев үҙен бик бәхетле итеп тойҙо.