+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
21 Ғинуар 2023, 13:30

Болартыу

Риф МИФТАХОВ (Хикәйә) Секретарь ҡыҙ ауыҙынан:– Беҙҙең министерствола ла ҡыҫҡартыуҙар башланасаҡ, – тигән хәтәр хәбәрҙе ишеткәс, Рәхилә Рәф­ҡәтовна ауыҙына килтергән сәйле шәшкеһен, ҡулдары ҡалтыра­нып китеүҙән, паркет иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе.

Болартыу
Болартыу

Булмаҫ, кит, юҡты һөйләп йөрө­мә! – тине ул, сүкәйгән килеш ярсыҡ­тарҙы бер урынға өйөп, – беҙҙә нин­дәй артыҡ кеше булһын?!
– Бар шул! – тине секретарь ҡыҙ, уны ирештергәндәй. – Ҡар­тайған, хеҙмәттән ныҡ йонсоған кешеләр күп икән, әйҙә, ял ит­һендәр, – Зилә китеүгә, Рәхилә Рәфҡәтовна яңынан турайып баҫты ла, ул сыҡҡан ишеккә ҡарап, был юлы бөтәһе лә ишетелерлек итеп:
– Кәзә ҡойроғо! – тип тағы ла яр­һыбыраҡ һөйләп алып китте. – Беҙ бында утыҙ йыл эшләп йөрөйбөҙ! Утыҙ көн эшләмә­йенсә, нимә һөй­ләнә. Имеш, ҡыҫҡартыусы табылған! Бына һинең кеүек хужаларҙың ауы­ҙына инерҙәй йөрөгән баҡа күҙҙәрҙе, ке­ҫәртке ҡой­роҡтарҙы өҙөп, ҡыҫҡартып таш­ларға кәрәк!
Бүлмәләгеләр оҙаҡ ҡына өн­дәшмәй ултырҙы. Мәғариф ми­нистерствоһында ғүмер буйы тип әйтерлек эшләгән, үрләй алмаһа ла үҙ урынын бер ҡасан да бер кемгә лә бирмәгән, үҙал­лылығы һәм яһиллығы менән даны сыҡҡан үҙ һүҙле Рәхилә Рәфҡә­тов­наға, ғәҙәттә, ҡаршы әйтеүсе булмай. Хуплаусылар ҙа һи­рәк. Бәләһенән – баш-аяҡ, тиҙәр ҙә ситләшәләр. Тағы ла бер яғы бар: ул бүлмәлә туҡ­тауһыҙ сәй ҡайната, коллегаларын варенье, кәнфит, печенье кеүек тәм-томдар менән һый­лай.
Шулай ҙа секретарҙың хәбә­ре, Рәхиләнең һүҙҙәре һәр кем­гә ҡағыла ине. Хәҙерге заманда эшеңдән ҡыҫҡартылыу – тере­ләй һуйылыу менән бер бит ул. Хеҙмәт хаҡының кәмей барыуына, юҡ-юҡ та, күнегеп барыла, ә бына эшһеҙ ҡалһаң, лутсы бисәңә, балаларыңа ҡай­тып та күренмә инде.
Бер аҙҙан, мөйөштән ир тауышы ишетелде.
– Буш хәбәрҙер ул. Йыл да шулай ҡурҡыталар инде. – Был урта йәш­тәр­ҙәге инспектор Мәмбәт ине.
– Ниңә буш булһын, – тип һүҙгә ҡушылды министерствола быйыл ғына эш башлаған уҡытыу мето­дикаһы һәм тәртип белгесе Гөлдәр. – Ундай һүҙҙе юҡтан һөйләмәйҙәр ул.
– Ә кемде ҡыҫҡарталар?! – тип Рәхилә Рәфҡәтовна бөтәһенә лә тағы һораулы, асыулы ҡарашын төбәне.
Был бүлмәлә Рәхилә Рәф­ҡәтов­нанан шөрләп бармаған, уны артыҡ иғтибарға алмаған, уҡытыусылыҡ хеҙмәтенең бөтә баҫҡыстарын үткән милли мәк­тәптәр буйынса өлкән инспектор Ғәлләм Ирбулатович яҙы­шыуын туҡтатып, уйынлы-ысынлы:
– Кемде булһын, һеҙҙе инде, – тип йылмайҙы.
Рәхилә Рәфҡәтовна урынынан ырғып торҙо:
– Мине?! Намыҫың бармы һинең?! Бөтәгеҙгә лә сәй ҡай­нат­ҡанға, һый­лағанға рәх­мә­тең шулмы?! Һеҙ бит үҙегеҙ хатта бер бөртөк тә шәкәр алып кил­мәйһегеҙ...
Ғәлләм Ирбулатович эшләгән урынына яҡын тора, өйөнә ҡайтып ашап йөрөй. Шуға тағы ла мыҫҡыллы ғына йылмайып:
– Бәлки, бүлмәлә сәй ҡайна­ты­уына түгел, кешенең хеҙмә­тенә ҡарап ҡыҫ­ҡартырҙар,– тип ҡуйҙы.
– Ә мин эшләйем! – тине Рә­хилә ха­ным, ҡалтыранған ҡулы менән күҙлеген кейеп. – Ҡайһы берәүҙәр кеүек эшһеҙ­лектән кроссворд сисеп ултырмайым.
Был һүҙҙәр Мәмбәттең баҡса­һына таш атыу ине.
– Беренсенән, – тине теге һу­ҙып ҡы­на, – кроссворд кругозор­ҙы киңәй­тә, икенсенән, мин уның менән эш аҙа­ғында булышам.
Рәхилә Рәфҡәтовна, ирен­дә­ренә буяу һөртөп маташҡан Гөлдәр яғына ҡаштарын емереп бер генә ҡарап алды ла:
– Ниңә аптырайһығыҙ, – тине, – матурланыуҙан бушамаған, көҙгө янынан китмәгән, эш ва­ҡы­тында магазиндар буйлап йөрөгәндәрҙе, әйҙә, ҡыҫ­ҡарт­һындар.
Был һүҙҙәрҙең кемгә ҡағылы­уын Гөлдәр ҙә аңланы.
– Миңә төрттөргәнеңде яҡшы беләм, Рәхилә Рәфҡәтовна, – тине ул боролоп, хатта бер аҙ уға яҡынлап, – ғәҙәтләнеп бараһы­ғыҙ бөтә нәмәне Гөлдәргә тағыр­ға ла, Гөлдәрҙе ситләтергә. Мин бит магазиндарға күберәк һеҙҙең йомошто үтәргә сы­ғам: йә һеҙгә сәй, йә башҡа берәй нәмә кәрәк. Ҡыҫҡартыуға килгәндә, миңә ҡағылмағыҙ...
– Дөрөҫ, – тип хупланы Мәм­бәт, – ул йәш белгес, уға бер кем дә тейә алмай.
– Эш йәшлектә лә түгел. – Был тағы Гөлдәрҙең тауышы ине. – Мин... мин декретҡа китәһе ҡа­тын...
– Нисек декретҡа?..
Рәхилә Рәфҡәтовнаның был һо­рауы­нан һуң бүлмәлә тынлыҡ урынлашты, сөнки Гөлдәрҙең ире бар­лығын берәү ҙә белмәй ине. Бәхәс тә бер юлы туҡталды...
Оҙаҡламай министерствола, ысынлап та, бер аҙ үҙгәрештәр булды. Рә­хилә Рәфҡәтовнаны уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институты­на кү­сер­ҙеләр. Хәҙер ул унда сәй ҡайната. Ундағыларҙы төрлө күстә­нәстәр менән һыйлай.
Ҡыҫҡартыуҙар башҡа ойошма­ларҙа ла булып үтте. Күптәр берәүҙән икен­сеһенә күсте. Әммә ығы-зығы күп булды. Шуға ла бындай хәлгә тарыған күп ойошмаларҙа ҡыҫҡартыуҙы «болартыу» тип кенә исемләнеләр.

Фото: valerongrach.livejournal.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: