+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
11 Сентябрь 2023, 16:59

Кейәүемде көнләшәм

Ҡыҙымды ҡәберенә барып уятып алғым килә, ниңә инде сәскә генә атҡан ваҡытында, барыбыҙҙы ла күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғыға күмеп, үлеп ятырға. Балаҡайым, бала ғынам...

Кейәүемде көнләшәм
Кейәүемде көнләшәм
“Ошо ҡороғорвирус барыһына ла ғәйепле. Үҙ ҡылығыма үҙем яуап бирә алмағанға күрә һөйләйем инде. Барыһынан да кейәүемде ҡыҙғанам: туғандарҙан да, күршеләрҙән дә, дуҫтарынан да, хатта телефонынан да...” –тип башланы һүҙен танышым.
-Берҙән-бер ҡыҙымды иркәләп, наҙлап ҡына үҫтерҙем. Юҡ, иркә булманы ул. Бар эште емертеп эшләне, бер аҙ үҫкәс, өй эштәрен бөтөнләй үҙ өҫтөнә алды. Беҙ эштән ҡайтыуға ашарға бешкән, йортобоҙ ялтлап тора. Кейәүгә сығып, бер-бер артлы ике ейәнсәр бүләк итте. Тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды: икенсе бәпәйҙе алып ҡайтҡас та ауырып китте. Бала тапҡандан һуң, хәл йыйырға кәрәктер тип, тынысландырырға тырыштыҡ. Ә бер көн урамға бәпәй менән һауа һуларға сыҡҡанда иҫен юғалтып ҡолап, үлеп ҡуйҙы. Аҙаҡ билдәле булыуынса, бала табыу йортонда коронавирус киҙеүен эләктергән булған. Тик тән температруаһы ла юғары булманы: “Тын алыуы ҡыйын, арҡам бер аҙ ауырта”,-тип кенә әйтте.
Ҡыҙымды ерләгәс, береһенә ун көн, икенсеһенә өс йәш булған ейәнсәрҙәремде ауылға үҙемә алып ҡайттым. Кейәүгә эшләргә кәрәк бит. Ә уныһы, ара алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, ял еттеме йүгереп ҡайта ла инә. Ғәзиз кешеһен юғалтыуҙан ҡара янған кейәүебеҙ балаларын алмаш-тилмәш күтәреп ярата, әйберҙәрен ҡараштырып сыға ла, бүләктәрен таратырға тотона. Ҡыҙының бер туҡтауһыҙ: “Әсәй нишләп ҡайтманы ул? Ҡасан ҡайта? Бәпәй илай ҙа илай, әсәй уны илатмай ине бит. Ҡасан беҙҙе үҙең менән алып ҡайтаһың?” һәм башҡа һорауҙар яуҙыра ғына. Кейәү ни, ишек алдына сығып күҙ йәштәрен йәшереп кенә һөртә лә, йылмайып килеп инә. Эй, сабыйҙар... Бала сағынан уҡ йәтимлеккә дусар итте бит был тормош ошо ҡошсоҡтарҙы.
Кейәүебеҙ шәп егет ул. Эшкә киткәнсе йорт-ҡаралты эштәрен бөтөрөп, балаларын тәрбиәләшеп китә. Аҙыҡ-түлек тулытырып ҡайтара, хатта бәпәйгә кәрәкле ваҡ-төйәк нәмәләргә тиклем белә. Ә бына минең...ваҡыт үткән һайын уға ҡарата асыуым ҡабара ғына. Уның менән аралашҡан бар кешегә көнләшәм. Телефон тотоп ултырғанын күрһәм, уны күрә алмаҫлыҡ хәлгә етәм. Нигә генә Хоҙай сабыйҙарҙың әсәһен алды, атаһына нигә ғүмер бүләк итте икән тип ҡапланып илайым. Бәләкәсебеҙ әсә тәмен тойоп та өлгөрмәне, ә өлкәне көтә, ишектән бөтөнләй күҙен алмай, уйнарға сыҡһа ла, урам осона ҡарап тик тора. Кейәүем өйләнеп, балаларҙы үҙем ҡарайым, тип алып китһә, нимә эшләрен? Әлбиттә, тормош дауам итә. Күңеле бер аҙ төҙәлһә, артабан йәшәргә көс табыр, ғаилә лә ҡорор. Ҡыҙымдың үлемендә кейәүемдең ғәйепле түгел икәнен бар йөрәгем менән аңлаһам да, үҙ ҡылығыма яуап бирә алмайым. Ҡыҙымды ҡәберенә барып уятып алғым килә, ниңә инде сәскә генә атҡан ваҡытында, барыбыҙҙы ла күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғыға күмеп, үлеп ятырға. Балаҡайым, бала ғынам...
 
Сығанаҡ: https://ataisal.com/
Автор:
Читайте нас: