+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
18 Сентябрь 2023, 15:22

Ярҙамсыл Мунса эйәһе

    Ә беҙ күреп белгән тәбиғәттә  ниндәй  мөғжизәләр  барлығын бер кем белмәй...

Ярҙамсыл Мунса эйәһе
Ярҙамсыл Мунса эйәһе

Әҙәмдең ҡыҙыҡһыныуҙары  ни тиклем көслө булһа ла,  Аллаһыбыҙ барлыҡ донъя серҙәрен үтә аса һалмай, Ул белгәнде берәү ҙә белмәйҙер. Бала саҡта берәй әйберҙең тышҡы күренешен генә күрһәк, тора бара эске торошон да белергә тырышабыҙ. Аҙаҡ уның күҙәнәктәрҙән, молекулаларҙан, атомдарҙан торғанлығын асыҡлайбыҙ. Тағы ла беҙ белмәгән торошо, үҙгәреше, эске энергияһы барлығын тойомлайбыҙ.
    Ә беҙ күреп белгән тәбиғәттә  ниндәй  мөғжизәләр  барлығын бер кем белмәй, хатта юғары белемле кешеләр ҙә, тағы параллель донъя бар тип тә фаразлаусылар ҙа бар.
   Үҙебеҙ күреп белмәгән күренештәр берҙән ҡурҡытһа, һағайта, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡһындыра ла.
   Ураҙа ваҡытында, һуңғы ифтар мәжлесендә төрлө һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә, белмәгәндәрҙе белергә тырышыу,  тик серле күренешкә ҡағылған ҡыҙыҡһыныуға төртөлөп ҡалды.
   Был юлы ураҙа ваҡытында ҡасан, ҡайһы мәлдә мунса инергә була, тигән һорау ҡалҡып сыҡты.
Берәүҙәр көндөҙ йыуынырға мөмкин, тиһәләр, икенселәре ураҙалы кешегә мунсала тирләргә ярамай тип, ҡаршы сыҡты. Кемдер кендеккә һыу тейҙермәй көндөҙ мунса төшөргә мөмкинлеген белдерҙе, хәләл ефетең менән бергә инергә ярамай тигән фекерҙәр ҙә булды. Ауыҙ асҡандан һуң мунсала йыуыныу хатта хуплана икән, тик ҡараңғыла  мунсаға барырға, йыуынырға ҡурҡыусылар  бар.
   Бала саҡтан беҙҙе һәр ҡоролманың ,,Эйәһе" булыуы мөмкинлеген аңлатып үҫтерҙеләр, балаларҙы алдан ҡурсалауҙары булғандыр. Кешеләргә ,,Улар" зыянһыҙ, тик ,, Уларҙың" ҙа тертләүе, ҡурҡып ҡалыуы мөмкин, шуның өсөн ишеккә өс аҙым ҡала һәр кем тамаҡ ҡырып булһа ла ,, Хужаны" иҫкәртергә тейешле. Алдан кеше инерен һипһенгән ,, Эйә" әҙерләнә, зыяны булмай икән. Тертләгән ,,Эйә " яңылыш кешегә зыян һалыуы ла бар, ауырыу-сырхау, сарпыу һирпелгән тиерҙәр ине, зәхмәт һуғылған да тиҙәр.
    Ифтар мәжлесендәгеләр араһында төндә мунса төшкәндә ҡурҡмаусылар ҙа бар, мул йылы һыуында кер йыуырға тырышыусылар күп, һәм әлбиттә төндә лә... Күптәр мунсала ғөсөл ҡойоноу яҡлы, тик ғөсөл һыуы өйҙән килтерелеүе фарыз икән.
  Арабыҙҙан берәүҙең һөйләгәне күптәрҙе ҡыҙыҡһындырғандыр, ул мунса эйәһе менән татыулыҡта йәшәгән, һөйләшеп аралашҡан кешене яҡшы белә .
  Күмәк ғаиләлеләрҙең йыуылаһы керҙәре күп йыйылғанын һәр кем белә, айырыуса мунса көнөндә. 
  Таҙалыҡ яратҡан ҡатын мунсала һәр саҡ балаларын йыуындырып йоҡлатҡас, уларҙың алыштырған кейемдәрен йыуа.  Мунсала йыуынырға  ,, Эйәһе" лә теләйҙер, ҡатын менән бергәләп мунсала һәйбәт аралашып йыуыналар, хатта ҡатынға кер йыуышырға ла булыша икән. Үҙе ,, Унан" ҡурҡмаһа ла балалары күреп ҡурҡмауын теләгәнгә, уларҙы йыуындырған ваҡытта күренмәй, ә бына иптәшенә бер тапҡыр күренә. Оҙон сәсле, матур ҡатын рәүешендә күренә, йөҙөн асыҡ һүрәтләй алмай, тура ҡарамай, һөйләшеп аралашырға мөмкин. Ғәжәпме, беҙ ҙә ишеткәс ғәжәпләндек, ире лә тәү күргәндә ҡурҡыуынан кире сығып киткән , әммә ҡыҙыҡһыныуынан ҡурҡыуын еңеп ҡатыны менән бергәләп тағы ла барып ҡарайҙар, ,,Мунса эйәһе" бер ҡайҙа ла китмәгән эләүкәлә йыуынып ултыра, тыйнаҡтыр, артҡы һыны менән күренә, боролоп ҡарамай.
  Ҡатын йыуынырға урын биреүен һорап, ситкәрәк шылыуын һорағас, һис һүҙһеҙ урын бушата.Ир уның менән бергә йыуынырға теләмәй, ҡатынына ла ҡараңғыла мунсаға йөрөүенән тыя..
   Ошо һөйләгәнде ишеткәндән һуң ифтарҙан һуң күптәрҙең мунсаға барыу теләге һүрелгәндер, һуңынан бәлки был Ураҙа ваҡыты булмағандыр, әле ен-пәрейҙәрҙең бәйләнеп торған саҡтары, тип үҙебеҙҙе үҙебеҙ йыуатҡан булдыҡ та, беҙ белмәгән нәмәләр күп шул.


Гөлдәр әбей.

Автор:
Читайте нас: