+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
20 Сентябрь 2023, 10:02

ҠАТЫНЫМДЫ КӨТКӘНДӘ

Балалар баҡсаһында ҡыҙым ауырып киткән. Уны поликлиникаға алып барыу өсөн эштән һорап китергә тура килде, юл ыңғайында ҡатынымды ла эшенә инеп алып сығырға тейешмен. Ул эшләгән ерҙә машинаны ҡуйырлыҡ түгел, алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған. “Туҡтау тыйыла” билдәһе аҫтында икенсе рәт булып “аварийкаға” баҫтым.

ҠАТЫНЫМДЫ КӨТКӘНДӘ
ҠАТЫНЫМДЫ КӨТКӘНДӘ

Балалар баҡсаһында ҡыҙым ауырып киткән. Уны поликлиникаға алып барыу өсөн эштән һорап китергә тура килде, юл ыңғайында ҡатынымды ла эшенә инеп алып сығырға тейешмен. Ул эшләгән ерҙә машинаны ҡуйырлыҡ түгел, алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған. “Туҡтау тыйыла” билдәһе аҫтында икенсе рәт булып “аварийкаға” баҫтым. Гаишниктар оҙаҡ көттөрмәне, ҡыуана-ҡыуана уратып алдылар.
– Хәйерле көн. Сержант Петров! Ҡағиҙә боҙабыҙмы?!
– О-о-о, мин һеҙҙе көтә инем.
– Аңламаным.
– Бына бер иҫәре сыйҙырҙы ла ҡасты (бамперҙағы сыйылған иҫке эҙҙе күрһәтәм). 02-гә шылтыраттым, ике сәғәт көтәм инде, һаман юҡтар.
– Ә-ә-ә... юҡ, был беҙгә ҡағылмай...
– Нисек ҡағылмай? Һеҙ тикшереү төркөмө түгелме ни?
– Ю-у-уҡ, беҙ түгел. Үҙегеҙҙең экипажды көтөгөҙ.
– Һеҙ ҙә протокол төҙөй алаһығыҙ бит! Нимә, миңә бында уларҙы өс сәғәт буйы көтөргәме ни?
– Юҡ, көтөгөҙ!
Шулай тинеләр ҙә патруль машинаһына ултыра һалып һыпырттылар . Ул арала ҡатыным да килеп сыҡты.

А. ДАНИЯРОВ.

Автор:
Читайте нас: