Беҙҙең тәүҙә никах көнө булды. Июль тирәһендә. Мин хатта датаһын иҫләмәйем, сөнки ниндәйҙер "дурацкий" көн булды ул.
Баяғы батаны сәғәт 11.00 тип ҡуйҙылар бит инде. Ҡунаҡтар йыйылды. Рәмистәр яғы юҡ. Килмәне лә ҡуйҙы. Ул ваҡытта ауылда телефон юҡ. "Домашний" Альмира апай Билаловаларҙа ғына. Сәғәт бер тулды, ике булды, дүртенсе китте.... Әсәйҙең ашы күптән беште, бөтәһе әҙер, былары юҡ.
Мин инде илап шешенеп бөттөм. Ир булмай ҡуйыр тип. Тигән бул. Юҡ, баяғы килмәй ҡуйһалар, оят бит инде. Никахына егете килмәгән,ете йыл бушҡа йөрөгәнме ни мин, төн йоҡоларымды ҡалдырып.
Туғандар аптыраша торғас, баяғы Альмира апайҙарға барып Сәләхкә шылтыратып ҡарарға булдылар. Иҫләмәйем дә кем барғанын, моғайын, әсәй барғандыр. Миңә инде барыбер, кем ҡайҙа бара, кем ҡайҙан ҡайта , верандала яҫтыҡҡа ҡапланып, был тормоштоң мәғәнәһен юғалтып ята бирәм.
Ҡайным ул саҡта сельсовет башлығы ине. Ҙур ерҙән ниндәйҙер зиннәтле хужалар килеп төшкән булған. Уларҙы ҡалдырып китә алмаған. Ҡалғандары ҡайнымдың һүҙенән сығып никахҡа, тип үҙ аллы китеп бармайҙар бит инде. Шым ғына көтөп ултырып торғандар. Әле ҡайным ҡайтҡан, мунса сайына ла юлға сығалар ,тип килде хәбәр.
Ҡырмыҫҡа кеүек йывырлашып кире әҙерләнә башланылар. Ҡаҙырша тауы башынан ҡайнымдын вазигы күренгәйне, беҙҙекеләр:"Ооо, наканис, губернатор килә!"-тип минән нығыраҡ ҡыуанып киттеләр.
Ҡояш ана байый, бына байый ,тип киске һигеҙ ҙә этеп-төртөп бата ҡылып та ҡуйҙылар. Шунан беҙҙе шатыр-ботор сығарып ебәрҙеләр ҙә, сыыыууу булып ҡунаҡ булып алып киттеләр.
Туй 25 август бер ҡаршылыҡһыҙ үтеп китте. Бына шулай саҡ эләгеп -һағып кейәүгә сығып кителде лә йәшәп ятыла, Аллаға шөкөр.
Һау булайыҡ , бәхетле булайыҡ❤️
Зөлфирә Таһирова.