Башҡортостанда 1 килограмм 318 грамм ауырлыҡтағы гигант картуф үҫтергәндәр
Әбйәлил районының Рысҡужа ауылында баҡсасы 1 килограмм 318 грамм ауырлыҡтағы картуф үҫтергән. Үҙенең ҡаҙанышы менән ул «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдәрҙең береһендә уртаҡлашҡан.
- Рысҡужа ауылында ошондай картуф үҫтерҙеләр. Был рекордмы? Ә һеҙ уңыш йыйҙығыҙмы? Әйҙәгеҙ, уңыш фотоһүрәттәре менән уртаҡлашайыҡ, – тип яҙған пост авторы.