+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
25 Октябрь 2023, 12:00

Ҡайҙа минең батырым?

Яңғыҙлыҡ бер Аллаға килешһен, тиҙәрме әле? Ысынлап та, кеше нисә генә йәштә булһа ла үҙенә иш эҙләй. Тик ҡайһы саҡ саманан сығып ныҡ ышана, башын юғалта...

Ҡайҙа минең батырым?
Ҡайҙа минең батырым?

Екатеринбург ҡалаһында йәшәүсе 64 йәшлек ҡатын интернет киңлектәрендә бер "генерал" менән таныша. Ир сит илдә “ҡыҙыу нөктә”лә хеҙмәт итеүен белдерә. Уныһы оҙаҡ ҡына аралашып, ҡатындың ышанысына инеп алғас, осрашырға теләүен белдерә һәм отпуск бирһендәр өсөн етәкселеккә ҙур суммала ришәүәт бирергә кәрәклеген әйтә. Хыялындағы “принц” менән осрашыу өсөн ханым 1,1 млн һум аҡсаһын күсерә. Сөнки генерал осрашҡас та ул аҡсаны ҡайтарырға вәғәҙә бирә. Аҡсаны ҡулына алғас та, “генерал” башҡаса бәйләнешкә инмәй. Йәмәғәт, интернет киңлектәрендә ете диңгеҙ аръяғынан “принц” эҙләмәгеҙ инде, үҙебеҙҙә лә бына тигән ир уҙамандары бар бит.

Фото: freelance.ru

Автор:
Читайте нас: