+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
8 Февраль , 18:00

Әсәкәйем, мине ҡарғамасы!

Бәләкәй саҡта әсәйемә эйәреп күрше ауылдағы туғандарға бара торғайным. Унда күңелле, уйнарға балалар күп, күршеләр ҙә керә. Ана шул күршеләге апай балаларын шул тиклем ҡаты итеп әрләй, уларын йәлләп бер була торғайным. - Сәнселгере, бәреп үтерәм хәҙер! - Атаһына оҡшап йүнһеҙ, көтөүсенән көтөүсе тыуа! -Суҡынып киткере, әрәмтамаҡ! Бындай хәшәрәт һүҙҙәрҙе ишетеп өйрәнмәгәс, күңелгә ҡыйын. Беҙҙең тиҫтер ике малайының иҫтәре лә китмәй, әсәһен әләкләйҙәр, етмәһә.

Әсәкәйем, мине ҡарғамасы!
Әсәкәйем, мине ҡарғамасы!

Кис, атаһы эштән ҡайтҡас, күршеләрҙә йәнә «концерт» башлана. Әрләшәләр, һуңынан һуғышалар, илашалар.

Аталары көтөүсе ине. Айныҡ сағында тыныс ҡына ағай, бер аҙ ҡырын тейәп алһа, ҡыҙыу, тотоп тыйғыһыҙға әүерелә. Башта ҡатынын йыуаш сырай менән тыңлап торһа, градус өҫтәлгәс, арыҫланға әйләнә, әшәке һүҙҙәр менән хәләл ефетен ихата буйлап баҫтыра, «тәрбиәләй» башлай.

Йылдар үтте, балалар үҫте, тик тормоштары ғына килеп сыҡманы. Ата-әсәләре күптән мәрхүм, алты малай һәм ҡыҙҙан берәүһе генә иҫән, ҡырҡты үткән ирҙең ғаиләһе юҡ, башы төрмәнән сыҡмай, ҡалғандары иһә йә юл фажиғәһенән, йә рактан, йә үҙҙәренә ҡул һалып үлеп бөттөләр.

Әсә ҡарғышынан да көслөһө юҡ, тиҙәр. Туҡтауһыҙ битәрләп, әрләп-ҡарғап, балаларының бәхетле тормошона кәртә ҡуйманымы икән тип уйлайым. Аталарын туҡтауһыҙ кәмһеткәс, балаларына өлгө алыр миҫал да булмағандыр. Күңелдәре ҡатҡан, йүнле һүҙ, тәрбиә күрмәгән баланан йүнле кеше сығамы ни?

Фото:ulovist.ru

Морат Һабаев.

 

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: