+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
16 Февраль , 12:00

Стипендия артырға тейеш, имеш…

Фән һым юғары белем биреү министрлығы юғары уҡыу йорттарына стипендияны йәшәү минимумына ҡәҙәр арттырырға кәңәш итте. Был хаҡта министр башлығы урынбаҫары Константин Могилевский үҙе һөйләгән.

Стипендия артырға тейеш, имеш…
Стипендия артырға тейеш, имеш…

Ведомство исеменән уҡыу йорттарына хаттар юлланған. Хәҙер вуздар талиптарға айлыҡ түләүҙе үҙҙәре билдәләй. Ләкин дәүләт стипендияның минималь күләмен сикләргә йыйына.

“Ике стипендия (социаль һәм академик) суммаһы йәшәү минимумынан кәм булмаҫҡа тейеш. Йәғни, был стипендия йәшәү сығанағы булған кешеләр өсөн тормошҡа ашырыласаҡ”, – тигән иптәш Могилевский.

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә йәшәү минимумы 14375 һумдан 15453 һумға ҡәҙәр артты. Ул пенсия йәшендәгеләр, эшләүсе кешеләр һәм балалар өсөн төрлө.

Фото: dzen.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: