+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
28 Март , 12:00

Бала табабыҙ, иптәштәр!

Демографик хәл ныҡ на­са­райған, ахыры. Чинов­ник­тарыбыҙ си­рат­лап- сиратлап сығыш яһай башланы. Береһе 25 йәшкә тиклем бала тапмағандарға һалым түләргә тәҡдим итә. Икенсеһе бәпәйләгән сту­денттарҙы түләүленән бушҡа күсереп, 30 мең стипендия бирәйек, ти. Өсөн­сөһө ҡатын-ҡыҙҙарға юғары белем алыуҙы тыйырға теләй, йәнәһе, төп бурысы — бала табыу – икенсе планға күсә. Дүртенсеһе бала табырға телә­мәгәндәрҙе әрме сафына оҙатыр­ға тәҡдим итә...

Бала табабыҙ, иптәштәр!
Бала табабыҙ, иптәштәр!

Шуға, хөрмәтле чиновниктарға яр­ҙам йөҙөнән, үҙемдең дә тәҡдимдәрҙе керетергә булдым. Демографик хәлде, моғайын, яҡшыртырға яҡшы ысул булыр.
18 йәше тулған ҡатын-ҡыҙ алдында ике юл асыла: йә артабан белем ала, йә бала табырға юллана.
Бала табыу юлын һайлағандар бер йылға инкубаторлы махсус лагерға оҙатыла. Бер йыл эсендә улар бәпес­ләй. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, илгә яңы гражданин бүләк итә. Теләгәндәр 35 йәшенә тиклем был лагерҙа ҡала ала. Артабан — пенсия.
Белем алыуҙы һайлағандар шулай ҙа бала табыу бурысынан бушатылмай. Ҡулына диплом алғас та, махсус лагерға барып, бала табырға тейеш. Гражданды тапҡандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙың ҡулына махсус билет бирергә кәрәк. Был билеты булмағандарҙы юғары вазифаларға алырға ярамай, улар сит илгә сығыу хоҡуғынан да мәхрүм ителә. Бер гражданин табып бирҙең икән, ил алдында бурысыңды үтәнең!
Артабан инкубаторлы махсус лагер­ҙа булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айы­рым көн, байрам, булдырыла. Әйтәйек, 1 август. Был көндә “бурысһыҙҙар” йә алһыу, йә күк (табып биргән граж­да­ниндың енесенә ҡарап) майка кейеп, урамдар буйлап йөрөй, фонтанда һыу инә, башы менән һөт шешәһен яра — кем нисек байрам итә ала инде.
Әйткәндәй, малай тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар — почетлы тип иҫәпләнә. Ни тиһәң дә, һалдат сафын тулыландырыусы кешене донъяға килтергәндәр, етмәһә, ир-аттарҙы ауыр эшкә егергә лә була.
Инкубаторҙа табылған гражданин­дарҙы ил менән тәрбиәләйбеҙ, ашата­быҙ, кейендерәбеҙ. Улар өсөн эш хаҡыбыҙҙан айырым һалым түләйә­сәк­беҙ. “Инкубаторский”ҙар, беҙ улар­ҙы шулай тип атаясаҡбыҙ, инде үҫеп еткәс, аҙ түләнгән, йә бөтөнләй түлән­мәгән эшкә ебәреләсәк. Ғаиләлә тыу­ған­дарға ҡарағанда, уларҙың хо­ҡуҡ­тары, әлбиттә, аҙыраҡ, бурыстары күберәк. Ни тиһәң дә, хөкүмәттекеләр, яҙмыштары тулыһынса тиерлек чиновниктар ҡулында була.
Бындай ҡанун бик шәп тип иҫәп­ләйем һәм хәҙер үк ҡабул итеүҙәрен талап итәм. Беренсенән, демографик хәл яҡшырасаҡ. Икенсенән, һалым түләүселәр һаны артасаҡ. Өсөнсөнән, беҙҙең чиновниктарҙың баштары, бәлки, икенсе проблемалар өсөн бу­шап ҡалыр ине... Мәҫәлән, йәш ғаи­лә­гә 30 йыллап ипотека түләүҙән ҡо­то­лор­ға ярҙам итеү, эш хаҡын арттырыу, декрет түләүҙәрен арттырыу, балалар баҡсаһын, мәктәпте, түңә­рәктәрҙе бөтөнләй бушлай итеү ке­үегерәк проблемалар хаҡында уйланырҙар ине...

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Фото: dzen.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: