+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
1 Апрель , 15:22

Башҡортостанға пингвиндар килтереләсәк

Антарктида ҡунаҡтарын лайыҡлы ҡаршылау өсөн махсус әҙерлек эштәре тамамланып килә.

Башҡортостанға пингвиндар килтереләсәк
Башҡортостанға пингвиндар килтереләсәк

Ышаныслы сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, быйыл Башҡортостан күлдәренең береһенә йөҙ пингвинды килтереү күҙҙә тотола. Уларҙы республикала октябрь айында көтәләр. Белгестәр фекеренсә, пингвиндарға беҙҙәге ҡышҡы климатҡа яраҡлашыу һис тә ауыр булмаясаҡ, ә йәйен улар өсөн махсус бассейн төҙөләсәк, унда даими түбән температура буласаҡ.

Антарктида ҡунаҡтарын егермеләп кеше хеҙмәтләндерәсәк. Физик йәһәттән көслө биш-алты ир-егет пингвиндарҙы торғоҙоп йөрөйәсәк. Билдәле булыуынса, яңылыш арҡаһына ятҡан пингвин өйәҙәп тик ята, үҙ көсө менән аяғына баҫа алмай.

“Һәнәк” редакцияһы апрель һанына ошо ғәжәйеп яңылыҡҡа арналған ҙур материал әҙерләй.

Фото: gas-kvas.com

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: