Айырылыу сәбәбе шул: Анна бер малай таба, әммә ул 14 йәшендә вафат була, ҡатын башҡа бала таба алмай. Ә иренә ғаиләнең өлкән улы булараҡ вариҫ кәрәк була. Уға Анна өҫтөнән бер япон ҡыҙын ҡатынлыҡҡа алып бирәләр.
Аннаның ҡәйнешенең ҡыҙы була. Ғаиләнең фамилияһы – Оно, ә ҡыҙҙың исеме Йоко була. Йоко Оно Анна Онола музыкаға уҡый. Анна инәһе ҡыҙҙы бик ярата, ҡыҙыҡай ҙа уға бик тартыла. Йоконы 15 йәшендә Америкаға уҡырға ебәрәләр. Шунан һуң улар бер тапҡыр ҙа осрашмай.
Күп йылдар үтә. 1969 йылда Йоко “Битлз” төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе Джон Леннонға кейәүгә сыға.
2007 йылда Йоко Оно Тверь өлкәһе Берново ҡасабаһына Пушкин музейына килә. Бында уны яратҡан Анна инәһе үҫкән бүлмә айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһындыра, әлбиттә.
Фотоларҙа: Джон Леннон менән Йоко Оно,1980; Йоко Оно Бразилияла, 2007.