+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
25 Июнь , 12:59

Бағана

Шул саҡ бер ир үтеп бара ине, мине күргәс, башын тотоп, ярҙамға саҡырырға кереште...

Бағана
Бағана

БАҒАНА
Кис. Ҡараңғы. Өйгә ҡайтып барам. Әҙерәк ҡырын тейәгәнмен. Ботинкаға бәләкәй генә таш керҙе, башта иғтибар итмәнем, шунан түҙҙем, урамда аяҡ кейемен һалғы килмәй. Ҡыҫҡаһы, бер бағана янына барып, уға тотондом да аяғымды һелкетә башланым. Сығып осор әле.
Шул саҡ бер ир үтеп бара ине, мине күргәс, башын тотоп, ярҙамға саҡырырға кереште... Аяғымды һелкетеүемде дауам итеп, тирә-яғыма ҡаранам – бер кемде лә таламайҙар, урам буш – уға ни етмәй икән? Теге күҙен аҡайтып миңә ҡараны ла күрше подъезға сапты, үҙе ҡысҡыра: “Аллаға шөкөр!”
Подъездан өҫтәл аяғы тотоп сыҡты ла миңә йүгереп килә башланы. Мин иҫерек баштан уны-быны уйлап өлгөргәнсе, ҡулыма һуғырға тотондо. Бағанаға йәбешкән көйө аптыраным да ҡалдым. Ә ул һелтәнә лә һелтәнә, шунда аңымды юғалтҡанмын...
Дауаханала иҫемә килдем. Ике ҡулым да һынған. Күҙҙәремде астым – эргәмдә ғәйепле төҫ менән кисәге ир ултыра. Карауаттан саҡ йығылып төшмәнем. Ә ул:
– Алла хаҡы өсөн ғәфү ит, әҙерәк эскәйнем, эштең нимәлә икәнен аңламаным... Атлайым, ҡараһам – кеше бағанаға йәбешкән, ҡалтырана, электр һуға, ахыры, тип уйлайым. Нимә эшләргә? Урам буш, бер кем дә юҡ... Яланғас ҡул менән тотонорға ҡурҡам. Ярай әле, таяҡ таптым, һине көскә бағананан айырып алдым...

Р. ШАҺИНУРОВ.

Автор:
Читайте нас: