-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
27 Июнь , 09:48

Көнсөллөк

Мин бик көнсөл ир. Эйе, ныҡ көнләшәм Гөлғәйшәмде. Халыҡ әйтмешләй, күләгәнән дә көнләшәм.    

Көнсөллөк
Көнсөллөк
Күрше Гөлбаһар сәйгә әйткән тигәс, енем сыҡты, ниндәй ашау ти, йә иртә, йә төш түгел.
Ҡатыным әҙерләнә башланы: шифоньерҙан яңы күлдәген килтереп сығарҙы, йөҙөн ап-аҡ он шикелле пуҙраһы менән һылап, иренен буярға тотондо.
– Юҡ, был күлдәгеңде кеймәйһең, – мәйтәм, – кейһәң, бармайһың. Әнә, оҙон еңлеһен, балитәклеһен кей, күкрәгеңде, шәрә аяҡтарыңды күрһәтә булма. Башыңа яулыҡ ябын. Сит-ят ирҙәргә күҙеңде күтәреп ҡарама, урам тулы буйҙаҡтар, кеше бисәһен күҙләп, ҡармаҡ һалырға ғына торалар, – тим.
– Улайһа аҡ салбарымды, ҡара күҙлегемде кейермен, – ти. Йүнһеҙ.
– Кисә магазин алдында ниндәй ир менән сөкөрҙәшә инегеҙ? Ул хәстрүштең ауыҙына саҡ инмәнең бит.
– Атаҡ, атаҡ! Ғәйшәм көлөп ебәрҙе. Ул ниндәй ир булһын, Ҡуянсыҡтан Ғәбиҙә әхирәтем ине бит ул. Ыҡтамаҡҡа барып сәсен киҫтереп ҡайтҡан, модный салбар кейгән.
Төшкөлөккә ҡайтып инһәм, Гөлғәйшәм юҡ. Ысынлап та юҡ. Ишек бикле. Ҙур йоҙаҡ эленеп тора. Асыуым сыҡты. Өйгә индем дә, тиреҫтә тибенгән тауыҡ шикелле, әйберҙәрен бутарға тотондом. Эҙләйем, эҙләйем, теге яңыраҡ һатып алған ҡыҙыл мәк сәскәле күлдәген таба алмайым бит. Мунсала йыуынып сыҡҡандай тирләп бөттөм, ҡыҙарҙым. Мөртәт, шул ҡыҫҡа еңле, ҡыҫҡа итәкле күлдәген кейгән булырға тейеш. Бүтәнсә ҡайҙа булһын матур күлдәк. Мин өйҙән сығыу менән алыштырып кейгәндер, төлкө бисә!
Ҡапҡа алдына сыҡһам, магазин ҡаршыһында танышым Рәмил баҫып тора, ауыҙы йырылған.
– Бисәңде эҙләйһеңме, ул Тимерәк ауылына юлланды, буғай. Йәнәшендә оҙон буйлы мыйыҡлы ирекәй ҙә бар ине.
– Өҫтөндә ҡыҙыл күлдәктер, шулаймы?
– Эйе, уттай янып тора ине.
Күңелемдәге шом ҙурайғандан-ҙурая барып, шартлар хәлгә еттем. Хәҙер тотһам, икегеҙҙең дә кәрәгегеҙҙе бирәм, артығыҙҙан барып ҡына етәйем әле тип, Әйҙең текә яры буйлап атланым.
Ысынлап та, тауҙан төшөп баралар былар икәүләшеп, яй ғына атлайҙар, ҡатындың күлдәге алдымда ялҡын шикелле елферҙәй, ҡыҙыл төҫкә үсегеп, һөҙөшөргә әҙерләнгән үгеҙҙәй арттарынан һис тә ҡалмайым. Ир, әллә үлән ҡыштырҙауын ишетеп, әллә минең яҡынлашыуымды һиҙеп, башын борғайны, эт шикелле барып йәбештем үҙенә, көслө икән ҡәһәрең, һис бирешергә теләмәй.
– Нишләйһең, оятһыҙ, – тигән сәрелдәк тауышҡа айнып киткәндәй булдым, – минең туған ағайым бит ул! Ҡараһам, ҡаршымда бисәм түгел, ҡып-ҡыҙыл күлдәк кейгән Хәлимә баҫып тора.
– Бәй, һине Ғәйшә тип торам даһа...
– Бер төрлө шул беҙҙең күлдәктәребеҙ, – тип хихылданы Хәлимә, – Ҡалай һәйбәт булды, һулға китһәм, һинең бисәң тип уйларҙар, сәстәребеҙ ҡап-ҡара, буятылған төҫлө, буй-һыныбыҙ ҙа оҡшаш. Инкубатор себештәре кеүек!
Ҡыҙып-туҙынып ҡайтып инһәм, бер ни булмағандай Ғәйшәм өйҙә ултыра, өҫтөн алыштырып та өлгөрмәгән. Битһеҙ. Ҡылансыҡ .
– Сис күлдәгеңде, – мәйтәм, – тиҙ генә сисеп һал, ун тапҡыр әйтмәйем, бер әйтәм мин. Ғәйшәмдең йөҙө боҙолдо, өндәшмәй генә сисенеп, күлдәкте ҡулыма тотторҙо.
– Хәҙер уны баҡсалағы ҡарасҡыға кейҙерәм, башҡаса кейәһе булма! – тип ҡысҡырҙым, ярһып. Мине оятлы иттең, Хәлимә менән бер төрлө кейенеп, үҙеңде танытмаҫҡа уйланыңмы?
Сыҡтым да, ҡыҙыл күлдәкте ҡарасҡы өҫтөнә яптым, ултырып тәмәке ҡабыҙҙым. Бер аҙҙан тынысланып , өйгә инһәм, Гөлғәйшәм юҡ.
Ике көн үтте, ҡатыным һаман ҡайтмай. Күңелем дә, өйөм дә буп-буш. Һағына башланым үҙен.
Ишек алдына сыҡһам, йөрәгемде яндырып, ҡыҙыл күлдәкле ҡарасҡы ғына баҫып тора... Бер нисә тапҡыр күҙемә Ғәйшәм булып салынды ул. Түҙмәнем, ҡарасҡынан күлдәкте һыпырып алып, киттем йөрәккәйемде эҙләп, уның тыуған яғы – Яңы Мишәр ауылына.
 
Гөлсирә ШАФИҠОВА
Автор:
Читайте нас: